Өфөнөң  85-cе мәктәбендә ШОС һәм БРИКС илдәре тыуған телдәре һәм әҙәбиәтенең асыҡ фестивале үтте 08.05.2015

Икенсе тапҡыр ойошторолған сара ҡала йәштәре  араһында телен һәм илен һөйгән һүҙ оҫталарын бергә йыйҙы.

Башҡортостан ерен улар үҙ Ватанылай ярата, яҡын күрә. Яҙмыш ниндәй генә ҡитғаға ташламаһын, һәр бер ғаилә үҙ мөхитендә  әсә телен һаҡларға ынтыла. Был донъяны танып-белергә, балаларға тамырҙарын, мәҙәниәтен онотмаҫҡа булышлыҡ итә. Өфөгә күсеп төпләнеп йәшәүселәр араһында cлавян һәм төрки халыҡтары вәкилдәре лә бар. Әсә теле фестивалендә улар айырыуса әүҙемлек күрһәтте
Бындай тәмле бауырһаҡтарҙы әсәйем оҫта итеп бешерә. Байрамдарға  күстәнәскә һәр ваҡыт үҙебеҙҙең милли ризыҡтарҙы алып киләбеҙ.
Һиндостан,Ҡытай кеүек алыҫ ҡиғаларҙан килеүсе йәштәр ҙә әсә телендә сығыш яһаны. Тырыш һәм белемгә ынтылыусан ҡытай милләте вәкилдәре телдәрҙе тиҙ арала өйрәнә алыуы менән һоҡландырҙы.
Фестиваль программаһы дүрт  йүнәлештә эшләне. «Музыкаль мираҫ», «Уҡытыусыларҙың ғилми эштәре», «Төрки телдәр», «Славян телдәре» секцияларында тәҡдим ителгән  яҙмалар тәрән йөкмәткеле һәм мауыҡтырғыс булыуы менән айырылды. «Умырзая»  башҡорт йәкшәмбе мәктәбе башланғысында ойошторолған фестивалдә  ҡала мәктәптәре  һәм уҡыу йорттары әүҙемлек күрһәтте.
Тыуған телдәр һәм әҙәбиәте фестиваленә тәҡдим ителгән эштәрҙе абруйлы белгестәр баһаланы. Сараны ойоштороусылыр  уны киләсәктә  киңерәк даирәлә үткәрергә теләк белдерҙе.
Гүзәл Борханова

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика