Өфөнөң 64-се гимназияһы тарихи бал үткәрҙе

Өфөнөң 64-се гимназияһы тарихи бал үткәрҙе 17.05.2017

Сара алтынсы йыл рәттән ойошторола. Белем усағының юғары синыф уҡыусылары театрлаштырылған тамаша ҡуйҙы, төрлө бейеүҙәр бейене. Әҙәби -тарихи кисә 1812 йылғы Ватан һуғышында еңеүҙең  200 йыллығына арнап үткәрелә башлаған. Уны  уҡыу йылы аҙағында ойоштороу матур йолаға әүрелгән.

Быйыл тарихи бал билдәле театр эшмәкәре  Сергей Дягилевҡа һәм шәхес йәшәгән осорға бағышланған. Сергей Павлович  рус балетын Көнбайыш Европа халҡына  күрһәтеүе, гастролдәр ойоштороуы һәм хореографтарҙы танытыуы  менән билдәле.     Ғөрөф-ғәҙәттәрҙе тергеҙеү, мәҙәниәт тарихын ошо рәүештә өйрәнеү яҡшы һөҙөмтә бирә, ти гимназия педагогтары.

Загрузка видео...
Комментарии
Загрузка

Возврат к списку


Яндекс.Метрика