Өфөлә «Йәш таланттар» бейеү фестивале уҙҙы

Өфөлә «Йәш таланттар» бейеү фестивале уҙҙы 03.04.2017

Күләмле бәйге бөтә донъя сәхнәләрен дер һелкеткән легендар балет артисы Рудольф Нуриев иҫтәлегенә арналды. Бөйөк шәхестең исемен йөрөткән колледжда студенттар үҙҙәренең бейеү оҫталығын күрһәтте. Ике сәғәт эсендә тамашасылар Вена вальсы, төрлө вариациялағы балет, донъя халыҡтарҙы бейеүҙәре шаһиты булды.

Академик концерттан фестиваль уҙғарыу ата-әсәләрҙең инициативаһы булған. Конкурс булғанда - профессиональ яҡтан үҫеш тә була. Студенттар үҙ-ара көс һынашып, хәрәкәттәрен шымартыу өҫтөндә лә әүҙемерәк шөғөлләнә башлаған. Еңеүселәргә баш ҡала, республика кимәлендәге бәйгеләрҙә лә сығыш яһау бәхете эләгә.
Илһам Иҙрисов, Р. Нуриев исемендәге башҡорт хореография колледжы студенты: «Мин карьерамды профессиональ артист булараҡ  Фәйзи Ғәскәров исемендәге дәүләт академия халыҡ бейеүҙәре ансамблендә дауам иткем килә. Бейеүһеҙ тормошомдо күҙ алдына ла килтерә алмайым. 12 йәштән колледжамын, ата-әсәйемә һәләттәремде күреп, дөрөҫ юлға баҫтырыуҙары өсөн ҙур рәхмәт».

Загрузка видео...
Комментарии
Загрузка

Возврат к списку


Яндекс.Метрика