Өфөлә Владимир Спиваковтың беренсе Халыҡ-ара скрипкасылар конкурсы тамамланды

Өфөлә Владимир Спиваковтың беренсе Халыҡ-ара скрипкасылар конкурсы тамамланды 16.05.2016

Фестивалдең Гала-концерты  «Башҡортостан» дәүләт концерт залында үтте. Дүрт көн буйы барған бәйгелә 8 илдән 15 йәштән 26  йәшкәсә 12 скрипкасы һынау тотто.  Мәртәбәле сарала  Башҡортостандан   Анастасия Мамяшева ҡатнашты. Финалға Мәскәү, Япония, Швеция,  Венгрия скрипкасылары сыҡты.

Улар аҡсалата премиялар һәм музыка ҡоралдары  менән бүләклдәнде. Төп приз - 7 миллион 300 мең һумға баһаланған 19-сы быуат скрипкаһы Стокгольмдан 15 йәшлек музыкант Даниэль Лозаковичҡа эләкте. Өс музыкантҡа «Тамашасылар һөйөүе» һәм «Өмөт» приздары тапшырылды. Конкурсанттар  Республика балалар клиник дауаханаһы пациенттары алдында  ла сығыш яһаны.
Владимир Спиваков, дирижер, скрипкасы, ссср-ҙың халыҡ артисы:  «Башҡортостан башлығы миңә конкурсты республикала үткәрергә тәҡдим иткәс тә,  ризалаштым. Мин үҙем дә Башҡортостанда тыуғанмын. Конкурс минең исемде йөрөткәне өсөн түгел, ә фонды сағыштырғыһыҙ булыуы менән уникаль. Сара таланттарға юл асырға ярҙам итер тип өмәтләнәм».

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика