Өфөлә ШОС һәм БРИКС саммиттары көндәрендә бай мәҙәни программа ҡаралған

Өфөлә ШОС һәм БРИКС саммиттары көндәрендә бай мәҙәни программа ҡаралған 04.07.2015

Башҡортостандың баш ҡалаһына Мәскәүҙең билдәле театр коллективтары гастролгә килә.

Өфөлә беренсе тапҡыр Мәскәүҙең «Петр Фоменконың оҫтаханаһы» театрының гастролдәре үтә. Спектаклдәр 7- 8 июлдә - Рус драма театры, 10 -11 июлдә Өфө «Нур» татар дәүләт театры сәхнәһендә ҡуйыла. Тәүге ике көндә театр Лев Толстойҙың «Һуғыш һәм тыныслыҡ. Романдың башы. Сәхнәләр» спектаклен күрһәтә. Артабанғы көндәрҙә коллектив Өфө тамашасыһына Иван Буниндың хикәйәләре буйынса «Һуңғы осрашыу» спектаклен тәҡдим итә.  ШОС һәм БРИКС халыҡ-ара саммиттары ваҡытында Өфөгә Мәскәүҙән тағы ла бер билдәле коллектив гастролгә килә. 8 июлдә «Башҡортостан» дәүләт концерт залында «Кремль балеты» театрының гала-концерты уҙа.  

Загрузка видео...
Комментарии
Загрузка

Возврат к списку


Яндекс.Метрика