Өфөлә мода аҙналығы асылды

Өфөлә мода аҙналығы асылды 22.04.2015

Ул Вячеслав Зайцевтың мода йорто ҡатнашлығында үтә. Башҡортостан һәм сит төбәктәрҙән йыйылған модельерҙар бөгөн иң сағыу эштәрен күрһәтте.

Подиум алды майҙанында Йыһан ҡыҙҙары йыйылған.  Стәрлетамаҡ күп профилле һөнәрселек колледжының бер төркөм  студенттары  «Фантом йондоҙлоғо» коллекцияһын тәҡдим итә.  Сәхнә тамашалары өсөн тәғәйенләнгән коллекция көҙгө ярсыҡтары, ҡағыҙ, тимер сыбыҡтар һәм башҡа материалдар ҡулланып ижад ителгән.  
Азамат Шиһапов, конкурста ҡатнашыусы /Стәрлетамаҡ ҡалаһы/: «Был костюмдар һыулы ҡағыҙҙарҙы йәбештереп эшләнде. Бына был  түңәрәктәр планеталарҙы һынландыра. Идеяны  музыкаль клиптарҙың береһенән алдыҡ».
Сараға  «Йыл модельеры» һәм «Ҡояш тирәләй» конкурсы еңеүселәре килгән. Башҡортостан, Ҡазан, Ырымбур, Силәбе һәм башҡа төбәктәрҙә йәшәүсе йәш модельерҙарҙың иң уңышлы эштәре күрһәтелде.    
Коллекциялар «Ҡала», «Автограф» һәм «Палитра» номинациялары буйынса бүленгән.  Балалар һәм үҫмерҙәр өсөн дә модалы кейем өлгөләре бар.
Татьяна Барабаева, Вячеслав Зайцевтың мода йорто рәссам-модельеры:   «Импорттың саманан тыш күп булыуы үҙебеҙҙең талантлы кешеләргә юлды ябып торғандай иткәйне. Хәҙерге шарттарҙа   сәнәғәтте үҫтереү өсөн мөмкинлектәр булыр тип уйлайбыҙ. Конкурс  үҙ-үҙеңде башҡаларға белгертеү өсөн иң яҡшы сараларҙың береһе».
Ағасты япраҡ, әҙәмде сепрәк биҙәй. Кейем үҙенсәлекле, уңайлы һәм иң мөһиме башҡаларҙыҡынан айырылып торорға тейеш. Модельерҙар ошо маҡсатҡа таянып эшләй. Конкурста Гран-при яулаусы Вячеслав Зайцевтың  мода йортонда стажировка үтәсәк.
Рәмилә Исмәғилева

Загрузка видео...
Комментарии
Загрузка

Возврат к списку


Яндекс.Метрика