Өфөлә «Маугли быуыны» музыкаль балалар спектакле өсөн кескәйҙәр араһында кастинг үтә

Өфөлә «Маугли быуыны» музыкаль балалар спектакле өсөн кескәйҙәр араһында кастинг үтә 02.09.2014

Проект Константин Хабенскийҙың мәрхәмәтлек фонды ярҙамында тормошҡа ашырыла. Кастинг алдынан Рәсәй ҡалаларында  үҙенсәлекле флешмобтар уҙҙы.

Хабенскийҙың театр студияһында шөғөлләнеүселәр Өфө кинотеатрҙарының береһендә акция ойошторҙо. «Маугли быуыны» музыкаль спектаклен Рәсәйҙең һигеҙ ҡалаһында күрһәтеү күҙаллана. Өфөлә премьера декабрҙә көтөлә. Кастингҡа актер оҫталығы йә вокал белеме булған, бейей белгән 21-ҙән  50 йәшкәсә  ир-егеттәр һәм 40 йәшкәсә ҡатын-ҡыҙҙар саҡырыла. Өфөлә кастинг балалар араһында был аҙнала ял көндәрендә, ә ололар араһында 9 сентябрҙән 12-нә тиклем  «Башҡортостан» сауҙа үҙәгендә  үтә. Ҡатнашырға  теләүселәр «Маугли быуыны» рәсми сайтында ғариза яҙып ҡалдыра ала. Мюзиклды ҡуйыуҙың бер шарты - төбәктәрҙәге  таланттарҙы  Константин Хабенский, Тимур Родригез һәм Екатерина Гусева кеүек билдәле актерҙар менән бер сәхнәгә сығарыу.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку