Өфөлә күренекле яҡташыбыҙ, рок йырсыһы, шағир һәм актер Юрий Шевчуктың әсәһе, билдәле рәссам Фәниә Шевчуктың шәхси күргәҙмәһе асылды

Өфөлә күренекле яҡташыбыҙ, рок йырсыһы, шағир һәм актер Юрий Шевчуктың әсәһе, билдәле рәссам Фәниә Шевчуктың шәхси күргәҙмәһе асылды 23.03.2015

Күргәҙмәгә Санкт-Петербургтан талант эйәһенең йондоҙло улы ла ҡайтып етте.

Рәсәй сәнғәтенә легендар сәхнә йондоҙо бүләк иткән бәхетле әсә үҙе лә ижади шәхес. Благовар районында тыуып үҫкән ҡыҙҙы яҙмыш елдәре ҡайҙа ғына ташламаған. Бөйөк Ватан һуғышы башланғанда ул поляр станцияла радист булып хеҙмәт итә. Еңеү яҙы килгәс, «1941-45-се йылдарҙа фиҙаҡәр хеҙмәте өсөн» миҙалы менән бүләкләнә. Бөйөк Еңеүҙең 70 йыллығы алдынан сираттағы награда йәнә үҙ геройын тапты. Күргәҙмәлә баш ҡала мэры Ирек Ялалов Фәниә Әкрәм ҡыҙына Бөйөк Еңеүҙең 70 йыллығы айҡанлы сығарылған юбилей миҙалын тапшырҙы.
Фәниә Әкрәм ҡыҙының һынлы сәнғәт менән ныҡлап мауығыуы инде өлгөргәнлек осоронда башлана. Тәбиғәттән бирелгән ныҡышмаллығы һәм туҡтауһыҙ  оҫталыҡ дәрестәре эҙһеҙ үтмәй. Бигерәк тә Башҡорт дәүләт педагогия институтында эшләгән йылдары рәссамдың ижадына ҙур  йоғонто яһай.  
Әлеге ваҡытта Фәниә Шевчук тиҫтәләгән натюрморт, портрет, пейзаж әҫәрҙәре авторы. 10-сы тиҫтәһен ваҡларға торған ханым бөгөн дә ижад өҫтөндә.
Оҙаҡ йылдар төньяҡ баш ҡалала йәшәгәндә Фәниә Шевчуктың ижадында тыуған яҡты һағыныу тойғолары сағыла башлай, милли колоритлы әҫәрҙәр барлыҡҡа килә. Санкт-Петербург күргәҙмә залдарында бер-бер артлы шәхси күргәҙмәләре ойошторола. Ләкин тәү сиратта оло йөрәкле ҡатын һәләтле улына терәк һәм таяныс булып йәшәй, уны оло сәнғәткә илһамландыра.      
Донъяның ниндәй генә сәхнәләрен яулауына ҡарамаҫтан, Юрий Шевчук яҡташтарын сикһеҙ ябайлығы менән арбай. Был юлы арҙаҡлы яҡташыбыҙ  автографын  Өфө рок-н-роллы һәм ул етәкләгән «ДДТ» төркөмө тарихына арналған китапҡа ҡуйҙы. Уның авторы быға тиклем республиканың студенттар һәм йәштәр хәрәкәте буйынса күләмле китаптар яҙыусы Наил Мәхмүтов.  
Наил Мәхмүтов әйтеүенсә, йондоҙ менән берлектәге проекттар киләсәктә лә дауам итәсәк. Тиҙҙән республика театрҙары сәхнәләрендә Юрий Шевчукҡа арналған музыкаль спектакль ҡуйыу күҙаллана. Сценарийҙы китаптағы ваҡиғаларға таянып драматург Рәлиф Кинйәбаев яҙған. Әҫәрҙә яҡташыбыҙҙың 80-се йылдарҙағы рухи эҙләнеүҙәре сағылыш табасаҡ.
Билдәле йырсының ғаиләһе  ҡатнашлығында ваҡиға тураһында матбуғатта алдан хәбәр ителмәһә лә, Милли китапхананың күргәҙмәләр залы халыҡ менән шығырым тулды. Сөнки тыуған ҡалаһында Юрий Шевчукты яраталар һәм һәр ваҡыт көтөп ҡалалар.
Гөлдәриә Йосопова

Загрузка видео...
Комментарии
Загрузка

Возврат к списку


Яндекс.Метрика