Өфөлә Ислам донъяһы сәнғәте тип аталған фестиваль дауам итә 17.02.2016

Баймаҡ районының  Аҡморон ауылында йәшәүсе  Көнһылыу Хәләфетдинова мосолмандарға хас шамаил сәнғәте менән шөғөлләнә. Төрлө төҫтәге сәйләндәр  менән туҡымаға йә иһә махсус канваға  доғалар, сүрәләр  сигә.  

Шамаил - ул ғәрәп каллиграфияһы менән яҙылған доғалар, сүрәләр сигелгән  картиналар.  Көнһылыу Хәләфетдинова тәүҙә шамаилдарҙы Өфө ҡалаһына уҡырға барғанда күрә. Шунан алып был сәнғәт төрөнә ҡыҙыҡһыныу уяна ла инде.Яйлап интернет селтәре аша был эштең  нескәлектәренә төшөнә. Әле ни бары  бер йыл тирәһе генә булышһа ла, шул йылдар арауығында  туғандарына бүләккә, шулай уҡ һатыуға ла шамаилдар сигеп өлгөрә. Тәүге   тәнҡитселәре  иптәше  һәм улы. Улар һәр эште хуплап,  артабан ҡанатланып ижад итергә  көс бирә.  күҙ нуры түгеп сигелгән  эштәрем  бик  ҡәҙерле, шуға күрә һатып ебәреүе лә  бик йәл, ти ул.  
Ѳйҙә эленгән шамаилдар интерьерҙың да сағыу элементы булып тора. Эш бик нескә, күп сабырлыҡ һәм ваҡыт та талап итә, әммә Хоҙай  Көнһылыу ханымға үҙе көс бирәлер, күрәһең. Өй эштәре менән тиҙ генә  булышам да, тағы ла доға-сүрәләр сигергә ултырам, ти оҫтабикә. Әлбиттә, һәр эште башлар алдынан кәрәк- яраҡтарҙың  теүәл булыуы мотлаҡ. Был йәһәттән гүзәл зат төплө уйлап эш итә.
Киләсәктә оҫта  алтын һәм көмөш ялатылған сәйләндәр менән  сигергә хыяллана, шулай уҡ үҙенең ҙур ғына күргәҙмәһен дә булдырырға теләй

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика