Өфөлә «Газпром»дың «Факел» тип аталған корпоратив фестивале дауам итә 20.10.2016

Унда предприятиеның 19 филиалынан меңдән ашыу артист ҡатнаша. Программала башҡорт, татар, рус, шулай уҡ белорус һәм молдован телендә лә сығыштар ҡаралған. Бөгөн «Газпром»дың корпоратив сараһы сиктәрендә 4-се «Кәртәләрҙе емереп2 фестивале үтте. Мөмкинлектәре сикле балаларҙың һәләтен, ҡыйынлыҡтарға ҡарамаҫтан ижадҡа ынтылыуын күрһәтеүсе концертта 13 ҡала вәкиле ҡатнашты.

5-се синыфта белем алыусы Максим Сорокин сираттағы үрҙе яулай. Бөгөнгө фестивалдә ул танылған опера йырсыһы Любовь Буторина менән сығыш яһай. Малайҙың балаларса саф тауышы бөтә залды һоҡландыра, йырҙы башҡарыу ҙа Максимға бер ни тормай кеүек. Ләкин ысынында, сәхнәгә сығыу уның өсөн батырлыҡҡа тиң. Малайға, ултырғысҡа булһа ла таянып тороу ҙур ҡыйынлыҡ менән бирелә, ул фалиждан яфалана. Шуға ҡарамаҫтан, Максим әүҙем тормош алып бара, башҡаларҙы ла сәләмәт тормошҡа өндәй.
Максим Сорокин, «Кәртәләрҙе емереп» фестивале дипломанты: «Мөмкинлектәре сикләнгәндәрҙең дә сағыу йәшәргә тулы хоҡуғы бар. Шуға ҡурҡырға ярамай, хәҙер килеп сыҡмаһа, уңышҡа һуңғараҡ өлгәшергә мөмкин. Конкурс дауамлы булыуын теләйем».
«Кәртәләрҙе емереп» балалар ижады фестивале мөмкинлектәре сикле
бәләкәстәрҙе тиҫтерҙәре менән таныштырыу, улар алдында яңы офоҡтар асыу маҡсатында ойошторола. Гала-концертта мәҫәлән,  кескәй тамашасылар алдында илдең төрлө төбәктәренән йыйылған коллективтар һәм йәш йондоҙсоҡтар сығыш яһаны.
Мөмкинлектәре сикләнгән балаларға тиҫтерҙәре менән аралашыу ысын мәғәнәһендә шифалы йоғонто яһағанын ҡайһы бер ата-әсәләр үҙ тәжрибәһендә белә. Мәҫәлән, Альбина Исхаҡова ейәне мәҙәни сараларға йөрөгәндән һуң үҙен яҡшыраҡ тоя башланы тигән фекерҙә.«Кәртәләрҙе емереп» фестивале тамамланды, ә «Газпромдың» «Факел»ы дауам итә. Башҡортостан данын предприятие хеҙмәткәрҙәренең балалары яҡлай. Улар ике йәш буйынса бүленгән төркөмдәрҙә сығыш яһай. Төбәк турында һайланып алыусылар Рәсәй кимәлендә үтәсәк конкурста ҡатнашыу хоҡуғын яулаясаҡ.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика