Өфөлә билдәле рәссам Ләйсән Рәхмәтуллинаның шәхси күргәҙмәһе асылды 11.02.2015

Акварель оҫтаһының баш ҡалала был тәүге экспозицияһы түгел. Шулай ҙа сираттағыһы – «Балҡыш» тип исемләнгән әҫәрҙәр йыйынтығы авторҙың ижад юлында яңы баҫҡыс.

Рәссамды ижадҡа  этәргән төп илһам сығанағы - серле тәбиғәт донъяһы. Рәсәй төбәктәрендә һәм сит илдәрҙә уҙғарылған ижади плэнерҙарҙа Ләйсән Рәхмәтулина ысын мәғәнәһендә көтөлмәгән асыштар яһай. Кижи утрауының ҡырыҫ, ләкин һоҡланғыс тәбиғәте, халҡы, Байкал күленең сикһеҙ киңлектәре, йә иһә күҙҙең яуын алырлыҡ сирен  сәскәһе булһынмы - һәр образды ижадсы тәүҙә күңеле аша үткәрә.  
Ҡыл ҡәләм оҫтаһының яңы әҫәрҙәрен сәнғәт һөйөүселәр көтөп алды. Төрлө төҫтәрҙә балҡыған  күргәҙмә ижадташ дуҫтарҙы бергә йыйҙы. Сәнғәт белгестәре фекеренсә, Ләйсән Рәхмәтуллина тормошто  яратыуы, күңелендәге хистәрҙе төҫлө буяуҙар аша әйтеп биреүе менән алдыра.
Күргәҙмәлә рәссам геройҙарының  прототиптары ла ҡатнашты. Ижади дуҫлыҡ һөҙөмтәһендә  тыуған сағыу образдар күргәҙмәнең йәме. Ләйсән Рәхмәтуллиның ижад емештәре менән 24 февралгә  тиклем Башҡортостан рәссамдар союзының бәләкәй күргәҙмәләр залында танышырға мөмкин
Азат Ғәлиуллин

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика