Өфөлә беренсе балалар мюзиклы студияһы асыла

Өфөлә беренсе балалар мюзиклы студияһы асыла 24.09.2016

Актер оҫталығы, сәхнә теле, вокал,  бейеү буйынса дәрестәр Мостай Кәрим исемендәге Милли йәштәр театрында үтәсәк. Студияның маҡсаты - балалар мюзиклын ҙур сәхнәгә сығарыу.

Мәктәп уҡыусылары «Опера шәүләһе» мюзиклын ысын актерҙарса башҡара. Быға улар Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Гөлшат Ғайсина ярҙамында ирешә. Сәхнә оҫтаһы башланғысында Мостай Кәрим исемендәге Милли йәштәр театрында балалар мюзиклы студияһы эш башлай.
Беренсе синыф уҡыусыһы Мәрйәм Әхмәтшина ла үҙен киләсәктә сәхнә кешеһе тип күрергә хыяллана. Бының өсөн уның студияға йөрөп һәләтен үҫтерергә теләге ҙур. Ҡыҙының ниәтен әсәһе лә хуплай.
Балалар мюзиклы студияһы 6 -18 йәшлек балаларҙы ҡабул итә. Бында аҙнаһына ике тапҡыр актер оҫталығы, сәхнә теле, вокал,  бейеү буйынса дәрестәр үткәреләсәк. Киләсәктә ижади коллективты оло сәхнәләрҙә алҡышларбыҙ тигән ышаныста ҡалайыҡ.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика