Өфөлә башҡорт милли биҙәүестәре эшләргә өйрәтәләр 30.01.2016

Түңәрәккә йөрөүселәр аҙна һайын шәмбе сәғәт 11-ҙә Өфөнөң Кустарная урамындағы 17-се һанлы йортта  осраша.  Дәрестәрҙе Республика халыҡ ижады үҙәгенең фольклор буйынса баш  белгесе Гөлгөнә Баймырҙина алып бара.      

Ҡул эштәре түңәрәгенә йөрөүселәр әле һаҡал эшләргә өйрәнә. Төрлө һөнәр эйәләрен башҡорт ғөрөф-ғәҙәттәрен тергеҙеү теләге берләштерә. Милли биҙәүестәр бороңғо ҡомартҡыларҙан өлгө  алып, замансалаштырылып яһала.
Һаҡал, селтәр, түшелдерек  башҡорт ҡатын-ҡыҙҙарының  милли биҙәүестәре төбәк үҙенсәлеге менән айырылған. Уларҙы  ғәҙәттә, күлдәк йә камзул өҫтөнән кейгәндәр.
Аманат һандыҡта ятмаған. Уны Гөлгөнә Вәлит  ҡыҙы  республикабыҙҙа уҙғарылған  байрамдарҙа кейгән.  Шунан үҙе лә яңыһын  эшләп алған. Ижад эш туғыҙ айға һуҙылған.  Был шөғөлгә  башҡаларҙы ла өйрәтеү теләге менән ул  түңәрәк ойошторған.    
Республикабыҙҙың билдәле өләсәһе,  Альбина Исхаҡова ла милли биҙәүестәрҙе көндәлек тормошта кейә. Түңәрәкте ойоштороусыларҙың береһе бер нисә ай эсендә алты түшелдерек тегеп өлгөргән.  
Түңәрәк ағзалары милли биҙәүестәр кейеп йөрөү кешенең холҡона  тәьҫир итмәй ҡала амай, ти улар.  Юғары зауыҡ,  ғорурлыҡ, нәзәкәтлелек, кеүек сифаттар тәрбиәләй. Кемдәр  бында  килә алмай, уларҙы  Хәмдиә Ҡунаҡҡолова  «Бәйләнештә» сайтында асҡан  «Хазина» төркөмөндә өйрәтә.  
Оҫталарҙы  бер нәмә борсой -  йыйылыр урын булмауы. Әммә был  уларға ҡаршылыҡ түгел. Әле улар   Өфөнөң Кустарная урамындағы 17-се йортта, йә  музейҙа осраша. Түңәрәккә теләгән һәр кем килә ала. Тимәк,  тиҙҙән   башҡорт милли биҙәүестәре таҡҡан ханымдарҙы байрамдарҙа ғына түгел, ә көндәлек тормошта ла күрергә мөмкин буласаҡ.

Загрузка видео...
Комментарии
Загрузка

Возврат к списку


Яндекс.Метрика