Өфөлә балалар сәнғәт «Аристократ» мәктәбе эш башланы 01.10.2015

Унда биш йәштән ун биш йәшкәсә балалар һәм үҫмерҙәр уҡыясаҡ. Дәрестәр «Мираҫ» галереяһында аҙнаһына бер тапҡыр үтә.

Кем һуң ул аристократ? «Мираҫ» галереяһында үтәсәк дәрескә килгән балалар ололар ни өсөн уларҙы аристократ итеп күрергә теләүен бәлки, аңлап та еткермәйҙер. Улар араһында дворян нәҫелен дауам итеүселәр ҙә юҡтыр. Аристократ төшөнсәһен улар сәнғәт менән бәйләй.
Яңы проект авторҙары бөтә яҡлап та үҫешкән шәхес тәрбиәләү маҡсатында мәктәп асырға ҡарар иткән.Улар биш йәштән ун биш йәшкәсә балалар һәм үҫмерҙәрҙе донъяуи сәнғәт, музыка тарихы менән таныштырыу, уларҙа актерлыҡ һәләттәрен үҫтереүҙе тормошҡа ашырыуҙы ниәт итеп ҡуя.
Кристина Суханова, проект авторы: «Был баш ҡалалағы уникаль проект, беҙ балаларҙы сәнғәт ярҙамында тәрбиәләргә уйлайбыҙ. Улар бөйөк кешеләр яҙған картиналарҙы аңлап, белеп үҫергә тейеш.Кадрҙа эшләргә лә өйрәтәбеҙ.  Тап сәнғәт кешелә иң яҡшы сифаттар аса».
Әле уҡырға ла төшмәгән сабыйҙар мәҙәнилек нигеҙҙәрен өйрәнәсәк. Тәүге дәрескә килеүселәр араһында биш- алты йәшлектәр күп. Быға тиклем музыка мәктәбендә шөғөлләнгәндәр тәрән фекерләү һәләте менән һоҡландыра.
Ева Ибраһимова: «Мин үҙемде киләсәктә актер йә журналист итеп күрәм. Был һөнәрҙәргә алдан әҙерлекле булыу өсөн мәктәпкә уҡырға килдем».
Дәрестәр уйын формаһында уҙа, балаларға өйгә эш тә бирелә. Тәүге осрашыу фәһемле һәм ҡыҙыҡлы булды. Мәктәп программаһында уҡытыуға билдәле шәхестәрҙе йәлеп итеү ҡаралған.Киләсәктә улар оҫталыҡ дәрестәре бирәсәк.
Рөстәм Шәйхетдинов, профессор,Башҡортостандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре: «Беҙ балаларҙы гел яҡшы китаптар уҡырға, яҡшы фильмдар ҡарарға, күргәҙмәләргә йөрөргә өйрәтергә тейешбеҙ. Тик шунда ғына яһалманы ысындан айыра белгән шәхес үҫтерергә була».
Елена Берникова, актерлыҡ оҫталығы уҡытыусыһы: «Мин балаларҙы актерлыҡ оҫталығы аша уларҙы йомолоп ҡалмаҫҡа өйрәтәм. Һәләтһеҙ бала юҡ, беҙ уны ваҡытында асырға тейешбеҙ».
Ата-әсә балаһын бар яҡлап та һәләтле кеше итеп күрергә теләй.Кеше рухи яҡтан бай,камил булып үҫһен өсөн уны бәләкәйҙән тәрбиәләү шарт. «Аристократ» мәктәбе ата -әсәләргә ярҙамға килә һәм малай-ҡыҙҙарҙы уҡырға саҡыра.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика