Өфөлә «Балалар АРТ» күргәҙмәһе ндә ҡатнашыусыларға сертификат тапшырылды

Өфөлә «Балалар АРТ» күргәҙмәһе ндә ҡатнашыусыларға   сертификат тапшырылды 16.11.2015

Нестеров исемендәге Башҡорт дәүләт художество музейы менән Башҡортостан Рәссамдар союзы ярҙамында ойошторолған экспозицияла «Мин төшөрәм» сәнғәт оҫтаханаһы тәрбиәләнеүселәренең, халыҡ-ара конкурс еңеүселәренең ижад емештәре тәҡдим ителде.

Күргәҙмә тамашасыларға балаларҙың һәләтен, уларҙың ижадҡа ынтылыуҙарын күрһәтеү маҡсатында ойошторола. Һәр һүрәттә сабыйҙың эске донъяһын, кисерештәрен күрергә була.
Руслан Сәлихов, «Мин төшөрәм» сәнғәт оҫтаханаһы етәксеһе: «Был беҙҙең алтынсы күргәҙмә. Бында 3-12 йәшлек балаларҙың эштәре тәҡдим ителә. Конкурстың темаһы булманы: һәр бала нимә теләй, нимә тоя - шуны төшөрҙө».
Сабыйҙар үҙҙәренең яратҡан йәнлектәрен, әкиәт геройҙарын ҡағыҙға күсерһә, олораҡтары һүрәтте үҙҙәренең фантазияларына таянып төшөргән. Араларында ата-әсәйҙәренең, дуҫтарының портреттарын эшләүселәр ҙә бар.
Арина Андриенко, 5 йәш, «Арыҫлан» картинаһы авторы: «Мин төрлө нәмә төшөрөргә яратам. Айырыуса эт, бесәй, арыҫлан төшөрөргә оҡшай. Төрлө бөжәктәрҙе, сәскәләрҙе лә төшөрәм».
Арсений Дештяров, 10 йәш, «Серенада» картинаһы авторы: «Бесәй үҙенең һөйгәненә серенаданы банджола уйнай. Гитара төшөрһәм, картина үҙенсәлеген юғалтыр ине. Һүрәттәр кәйефкә ҡарап килеп сыға. Әгәр күңелем күтәренке икән - ҡабарынҡы йөнлө йәнлектәрҙе төшөрәм, төшөнкө булһа - ҡағыҙ битендә сәнскелеләр урын ала».
Йәш рәссамдарҙың эштәре ябай мауығыу ғына түгел. Улар профессиональ юл менән бара тип иҫәпләй белгестәр. Был хаҡта гармониялы төҫтәр, төптән уйланылған сюжет линияһы, персонаждарҙың тойғоларын күҙҙәрендә сағылдыра алыуҙары раҫлай.
Оксана Мельник, Башҡорт дәүләт художество музейы хеҙмәткәре: «Был экспозицияла иҫке эштәр ҙә, яңылары ла бар. Әлеге күргәҙмәлә күргән картиналарҙы музейға ла урынлаштырырға була тигән фекрҙәмен. Балаларҙың тойомлауы көслө. Иҫ китмәле тип әйтер инем. Тик балаларға ғына хас булған ҡабатланмаҫ фантазияларын артабан да юғалтмаһындар ине».
«Балалар АРТ» күргәҙмәһе декабргә тиклем эшләй. Балалар ижадына, сабыйҙар донъяһына тамаша ҡылырға онотмағыҙ.

Загрузка видео...
Комментарии
Загрузка

Возврат к списку


Яндекс.Метрика