Өфөлә 6-cы «Иҙел» башҡорт һәм татар йырҙарын башҡарыусыларҙың халыҡ-ара фестивале үтте 21.11.2016

Башҡортостан һәм Татарстан Республикалары, Рәсәйҙең башҡа төбәктәренән, шулай уҡ Ҡытайҙан килгән конкурсанттар бер сәхнәлә сығыш яһаны.  

Айтуған Вәлмөхәмәтов фестивалдең «Башҡорт халыҡ йыры» номинацияһы еңеүсеһе. Конкурста тәүгә ҡатнашҡан егет бәләкәйҙән халыҡ йырҙарын яратып башҡара.
Халыҡ-ара фестивалдең мәртәбәһе йылдан-йыл арта, географияһы  киңәйә. Быйыл финалға иң-иңдәр араһынан 36  башҡарыусы һайлап алынған. Йәш башҡарыусыларҙың оҫталығын танылған сәхнә йондоҙҙары баһаланы. Улар фекеренсә, бындай конкурстар ижад юлын башлап тороусыларға артабан үҫеү өсөн ҙур этәргес бирә.
Киләсәктә конкурсты ойоштороусылар программаға башҡа телдәрҙә башҡарыусыларҙы ла йәлеп итмәксе. Йәш таланттарҙы  үҫтереү маҡсатында булдырылған бәйге йылдан-йыл яңы исемдәр аса.

Загрузка видео...
Комментарии
Загрузка

Возврат к списку


Яндекс.Метрика