Өфөлә I Бөтә Рәсәй ҡыҫҡа метражлы фильмдар фестивале башланды

Өфөлә I Бөтә Рәсәй ҡыҫҡа метражлы фильмдар фестивале башланды 20.10.2014

Сараға илебеҙҙең 20-гә яҡын төбәгенән студенттар йыйылды.

Фестивалдә ҡатнашырға теләүселәрҙән ғаризалар май айынан октябргә тиклем ҡабул ителде. Ошо ваҡыт эсендә ижади бәйгелә 200-гә яҡын кеше ҡатнашырға теләк белдергән. Конкурс шарттарына ярашлы,  унда ҡатнашыусылар бер нисә төркөмгә бүленеп, 5 көн дауамында  ҡыҫҡа метражлы фильм төшөрәсәк. Тәүҙә төркөм ағзалары фильмдың сценарийын яҙырға, актерҙар һәм киноиндустрия тармағы белгестәрендә оҫталыҡ дәрестәре үтергә тейеш. Ойоштороусылар фекеренсә,  сара йәштәрҙең һәләтен үҫтереү һәм тәжрибә туплау өсөн мөһим. Фестивалдә еңеүселәр Маҡтау ҡағыҙҙары һәм ҡиммәтле приздар менән бүләкләнәсәк. Ә Гран-при яулаусы Мәскәү ҡалаһында ҡыҫҡа метражлы фильмдар төшөрөү буйынса курстарҙа ҡатнашыу бәхетенә эйә буласаҡ.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика