Өфө - иң шәп бейеүсе ҡала! 17.12.2016

Был маҡтаулы исемде аҡлар өсөн 20  декабрь баш ҡалала ике меңгә яҡын кеше ҡатнашлығында флешмоб үтә. Йәштәр генә түгел, ололар ҙа бейеү оҫталығын күрһәтергә теләк белдергән. Өс аҙна дауамында уларға профессиональ хореографтар менән бушлай шөғөлләнеү бәхете тейә. Ҡатнашыусылар араһында тиҫтәнән ашыу  бейеү коллективы ла бар.

Артем Боев, бейеү флешмобын ойоштороусы: «Был сара Башҡортостан тарихында тәүгә үткәрелгән күләмле флешмоб булараҡ төбәктең  Рекордтар китабына инәсәк. Ил халҡы ла акцияны дауам итер тигән өмөттәмен, бейеүҙең видеояҙмаһын интернетта биш миллионға яҡын кеше ҡарар тип күҙаллана».
Флешмобта Башҡортостан юлдаш телевидениеһы хеҙмәткәрҙәре лә ҡатнаша. Әлегә коллегаларыбыҙ - хәбәрселәр, режиссерҙар, алып барыусылар һәм художество етәкселәре эштән һуң репетицияларҙа бейеү хәрәкәттәрен  нығытыу менән мәшғүл. Телеканалдың 15 йыллыҡ юбилейында ла улар сальсала әйләнеп тамашасыларҙы таң ҡалдырғайны. Сираттағы сығыш та йәнле булыр тип көтөлә.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика