Өфө үҙәгендә бейеү байрамы

Өфө үҙәгендә бейеү байрамы 19.07.2017

"Ватан" этнопаркы майҙанында ҡуйылған асыҡ һауалағы сәхнәлә "Байыҡ" балалар бейеү телевизион конкурсына йомғаҡ яһалды. Проект быйыл Башҡортостан юлдаш телеканалы, республиканың  мәҙәниәт министрлығы һәм Өфө ҡала хакимиәтенең уртаҡ көсө менән ойошторолдо. Сәхнәгә республиканың йәш бейеүселәре, Рәсәйҙең төрлө төбәктәренән килгән балалар бейеү коллективтары сыҡты.

Сәхнәлә легендар "Ете ҡыҙ" бейеүе. Алты тиҫтә йыл элек данлыҡлы балетмейстр Фәйзи Ғәскәров ҡуйған композия әле булһа милли хореография биҙәге һанала. Баймаҡ районы Иҫке Сибай ауылының "Атайсал" бейеү ансамбле бейеүселәре лә юҡҡа ғына был композияға мөрәжәғәт итмәгән.

Репсубликаның иң күләмле проектында Башҡортостандың төрлө төбәктәренән 2 меңдән ашыу бала ҡатнашты. һайлап алыу турынан 300-ләбе сығыш яһаны. айырыуса, быйыл Ғафури, күгәрсен, Әбйәлил, Салауат, Мәсетле, Миәкә һәм Краснокама райондары әүҙемлек күрһәткән. Әйткәндәй, Сорғот ҡалаһынан Фәнзил Шәйәхмәтов һәм Германиянан апайлы-һеңлеле Дилә менән Дания Циммермандарҙың дуэты быйылғы байыҡтың йыл асышы булды.

Республиканың күләмендә уҙғарылған проект йылдан-йыл киң билдәлек ала тиһәң дә хата булмаҫ. Ул географияһын киңәйтеүе менән дә үҙенсәлекле. Ә инде "Байыҡ"тың тап Өфөлә үтеүе был мөмкинлекте тағы ла арттырҙы. Балалар араһында ойошторолған бейеү фестивале телевизион форматҡа ла төшөрөлдө. Уны телевизор ҡараусылар тиҙҙән республиканың төп телеканалында ҡарай ала.

Загрузка видео...
Комментарии
Загрузка

Возврат к списку


Яндекс.Метрика