Өфө - Евразия йөрәге

Өфө - Евразия йөрәге 24.05.2016

Иртәгә баш ҡалабыҙҙа Халыҡ-ара сәнғәт фестивале башлана. Биш көн дауамында барасаҡ сараға Өфө амфитеатры майҙанында ташама ҡылырға мөмкин. Мәҫәлән, «Симфоник төн», «Кино төнө», «Этнотөн» кеүек байрамдар, «Донъя халыҡтарының мираҫы» исемле халыҡ-ара конференция, «Урал моңо» төрки йәштәр фестиваленең гала-концерты программаға ингән. Йәнә, башҡорт ҡурайының данын күтәреп, «Kuraifest» тип аталған моң байрамы ла тамашасыға ҡолас йәйәсәк. Ул башҡа сараларҙан айырмалы был фестивалдә ул өр-яңы форматта тәҡдим ителмәксе.

28 май иһә Башҡорт милли кейеме көнөнә бағышланасаҡ. Был сара барышында тамашасылар үҙҙәре үк «Башҡортса кейен» флешмобында, башҡорт милли кейемен белеүселәр араһында уҙғарылған уйын-викторинала, «Мин - башҡорт кейемендә» селфи-шоуында ҡатнаша ала. Тағы ла төрлө күргәҙмәләр менән танышырға мөмкин.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика