Өфө донъя фольклориадаһы үҙәгенә әүерелә

Өфө  донъя фольклориадаһы үҙәгенә әүерелә 19.10.2015

Перуҙың Арекуила ҡалаһында үткән фольклор фестивалдәре ойоштороу халыҡ-ара советының Бөтә донъя ассамблеяһында 2020 йылда сираттағы фольклориаданы Өфөлә уҙғарырға ҡарар ителгән.

3 октябрҙә мәҙәниәтте үҫтереү мәсьәләләре буйынса республика кәңәшмәһендә  Рөстәм Хәмитов та халыҡ-ара сараны Башҡортостанда уҙғарыу ниәте хаҡында  белдергәйне.  Республика етәксеһе билдәләүенсә, форумды Өфөлә уҙғарыу  Башҡортостанға туристар йәлеп итеү һәм халыҡ кәсептәрен үҫтереү күҙлегенән дә отошло буласаҡ.
Бөтә донъя фольклориадаһы дүрт  йылға бер үтә. Тәүгеһе 1996 йылда Нидерландтарҙа уҙһа, 2000 йылда уны Япония ҡабул иткән. Артабан сара 2004 һәм 2008 йылдарҙа Венгрия менән Ҡытайҙа, 2012-лә  Кореяла үткән. 2016 йылда Мексиканан һуң, тағы ла дүрт  йылдан  донъя фольклорсыларын Башҡортостан ҡабул итәсәк.    

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика