Ейәнсура районының Башҡорт Үргене ауылы халҡы күренекле яҡташтары Сәләхетдин Ахун Ғабдуллиндың тыуыуына 175 йыл тулыу айҡанлы ҡорға йыйылды 01.10.2015

Ошо уңайҙан төбәктә шәжәрә байрамы ла үтте.

Күренекле яҡташтарын хөрмәтләп иҫкә алырға тотош ауыл халҡы йыйылды. Сәләхетдин Ахун хәҙрәт ерләнгән зыяратта «Йәсин»  уҡылды. Билдәле дин эшмәкәрен хөрмәтләп иҫкә алыуҙары тәүге тапҡыр. Ә туғандар был ваҡиғаны күптән көткән. Быға семәрле ғәрәп яҙыуы менән эшләнгән таш табылыуы сәбәпсе. Ул Сәләхетдин Ахун баҡыйлыҡҡа күскәс урынлаштырылған. Халыҡ әйтеүенсә, ҡәбер ташы ваҡытында кеше бейеклегендә булған. Әле ул Сәләхетдин хәҙрәт ҡәберлегенә күсерелеп ултыртылған.
Шәжәрә бынан 50 йыл самаһы элек Зәйтүнә Абдуллина тарафынан төҙөлә башлай. Ул Сәләхетдин Ахундың өсөнсө улының ҡыҙы. Тарихи мәғлүмәт йыйыуҙа уға туған-тыумасалары ярҙамлашҡан. Шәжәрә ағасы архив, китап кеүек материал документтар ярҙамында барлана. Билдәле булыуынса, Сәләхетдин ахун хәҙрәттең дүрт улы бар. Барыһы ла аталары кеүек динле, уҡымышлы була. Әле шәжәрә ағасын байытыуҙы Зәйтүнә Мөхәммәт ҡыҙының улы Юлай Солтанбаев дауам итә. Әйткәндәй, Абдуллиндар нәҫеле яҙыусы, фән докторҙары, сәнғәт һәм мәҙәниәт эшмәкәрҙәре менән билдәле.
Ахун, йәғни фарсы телендә остаз. 1917 йылға тиклем ул Рәсәй мосолман руханиҙарының иң юғары дини дәрәжәһе булған. Улар башлыса руханиҙар эшмәкәрлеген күҙәткән, гражданлыҡ эштәрен ҡараған, мәсет, мәҙрәсә, мәктәптәр төҙөүҙе тикшергән. Һәм башҡа мөһим мәсьәләрҙе тормошҡа ашырыу буйынса яуаплы һаналған. Әйткәндәй, Башҡорт Үргене ауылында ике иман йорто һәм мәҙрәсә эшләгән. Шуға ла уны халыҡ телендә әле лә 60 мулла ауылы тип йөрөтәләр. Әлеге көндә ахундың нәҫел тамырҙарын дауам итеүселәр дингә тоғролоҡ һаҡлап, балаларын да изге ниәткә өйрәтә.
Ҡор үҙ маҡсатына иреште. Байрамға тиҫтәләрсә туған, фекерҙәштәр йыйылды. Ә инде киләһе осрашыуҙарға Сәләхетдин Ахундың бар ете тармағын да бергә туплау күҙҙалана.  

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика