Ейәнсура районында «Толпар» балалар һәм үҫмерҙәр кинофестивале үтте

Ейәнсура районында «Толпар» балалар һәм үҫмерҙәр кинофестивале үтте 21.08.2015

Икенсе йыл йәш таланттарҙы берләштергән сара Еңеүҙең 70 йыллығына бағышланды.

«Толпарҙың» төп маҡсаты фильмдар ярҙамында халыҡтың иғтибарын социаль һәм әхлаҡи проблемаларға йүнәлтеү. Фестивалгә күренекле кино сәнғәте эшмәкәрҙәр саҡырылды. Тап улар быйыл еңеүселәрҙе билдәләне. «Толпар» фестивален тәүгеләрҙән булып Ейәнсура районынан Рәфис Ҡолбаҙаров ойоштора. Былтыр ун беренсе синыф уҡыусыһы тыуған районында ярҙам табып таланттарҙы йыя. Быйыл фестиваль республика кимәлендә  уҙҙы.
Быйыл фестиваль дәрәжәһе күпкә күтәрелгән.  Быны ҡатнашыусылар ҙа ойоштороусылар ҙа билдәләй. «Толпар» өс көн дауам итә. Ошо ваҡыт эсендә төрлө йәштәге конкурстанттарҙың эштәре күрһәтелгән. Иң бәләкәй ҡатнашыусыға 7 йәш. Программа сиктәрендә уларға оҫталыҡ дәрестәре ойошторолдо. Профессионалдар йәш таланттарға кәңәштәр бирҙе, кино серҙәренә төшөндөрҙе.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика