Европа ҡалаларында Наурыҙ байрамы 01.04.2015

«Төрксой» халыҡ-ара ойошмаһы Париж,  Кельн һәм Вена ҡалаларында Наурыҙ байрамы үткәрҙе. Был сара шулай уҡ ЮНЕСКО-ның 70 йыллығына  арналды һәм  Рәсәй, Әзербайжан, Ҡаҙағстан, Төркмәнстан, Ҡырғыҙстан илдәренең был ойошмалағы даими вәкиллектәре ярҙамында уҙғарылды.  

Һәр йыл һайын донъяла Наурыҙ байрамын 2 миллиард кеше билдәләй. 2010 йылда Наурыҙ байрамы Берләшкән Милләттәр ойошмаһы ҡарары менән ЮНЕСКО-ның Бөтә донъя мәҙәни мираҫы исемлегенә индерелгән. Әлеге байрам сиктәрендә «Төрксой» ағзалары булған илдәрҙән, шулай уҡ Молдованан һәм Монголиянан килгән сәнғәт оҫталары ҙур концерт программаһы менән сығыш яһаны. Башҡортостандан был сарала «Арғымаҡ» һәм «Әс-сәләм» төркөмдәре ҡатнашты.  Башҡорт йырсылары башҡарған «Уралым» йырын Европа тамашасыһы алҡышлап ҡабул итте.
ЮНЕСКО бинаһында шулай уҡ төрки халыҡтарҙың рухи-мәҙәни мираҫын  һүрәтләүсе «Наурыҙ биҙәктәре» тип исемләнгән фотокүргәҙмә үтте. Артабан байрам Кельн ҡалаһында дауам итте. Европала Наурыҙ байрамын билдәләү Хофбург император һарайында тамамланды.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика