Этнорок һәм этнопарк ҡушылғанда нимә килеп сыға? 30.07.2015

Күңелле моң, рух һәм яҡшы кәйеф. Быға «Ватан» этнопаркына килеүсе һәр кем үҙе инана алды. Конгресс-холл аҫтындағы майҙанда «Арғымаҡ» төркөмө сығыш яһаны.

«Арғымаҡ»тар үҙен республика тамашасыһына күптән танытып өлгөрҙө. Егеттәрҙең ижадына күрше өлкә, республикалар йыр-моң һөйөүселәре  лә битараф түгел. Милли моң олоһона ла, кесеһенә лә дәрт өҫтәй. Концертҡа килгән Илназ мәҫәлән, Мәләүез ҡалаһынан. Ул яҡташы, «Арғымаҡтар» солисы Ринат Рамаҙановтың ижады менән күптән таныш.
Йәш быуындың милли музыканы яратыуы ысынлап та, ыңғай күренеш. Йыр-моң яратҡан кеше тыуған телен, моңон да онотмаясаҡ. Концерттың эстәлеге лә үҙенсәлекле. «Арғымаҡ»тар тамашасыла милли үҙаң, рух тәрбиәләүҙә үҙ өлөшөн индерә.
Тәрән фәлсәфәгә ҡарамаҫтан музыка музыка булып ҡала. «Арғымаҡ»тар тамашасы менән башҡарыусы араһынды ышаныслы күпер һала. Егеттәрҙең сығышын күптәр көтөп ала.
Сараның эстәлеген байытыуға китапханалар ҙа ҡушылды. Улар халыҡты әҙәбиәткә йәлеп итеү маҡсатында күргәҙмә ойошторҙо.
«Ватан» этнопаркы эшен артабан да дауам итә. Ул баш ҡала халҡы һәм ҡунаҡтары өсөн 15 сентябргә тиклем асыҡ. Ә 10 авгусҡаса һәр кис бында төрлө саралар үткәреү ҡаралған.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика