«Ел алһын һүҙҙәремде» 02.08.2014

Башҡорт киноматографияһы тулыланасаҡ яңы фильмдың тәү исеме шулай атала. Йәш, өмөтлө режиссер Айнур Асҡаров сираттағы кинотаҫма өҫтөндә эш башланы. Был юлы ул башҡорт халыҡ бәйете «Саҡ һәм Суҡ»тың  мотивтарына нигеҙләнеп төшөрөләсәк.

Кино төшөрөү майҙаны үҙәгендә бассейн. Шулай ҙа фильмда урын аласаҡ был эпизод, ысынында йылға үҙәнендә барасаҡ. Ижади төркөм тыңғыһыҙ эш менән ҡайнай. Бер-бер артлы һыуға төрлө ҡоролмалар төшөрөлә, яҡтыртыу, кино төшөрөү аппараттары тикшерелә. Фильм геройына грим һалына. Ул һыуға бирешмәһен өсөн махсус һайланылған.
Фильм «Локомотив» физкультура-һауыҡтырыу комплексында төшөрөлдө. Комплекс режиссер Айнур Асҡаров фильмының бағыусыһы.
Сәғәт ике тулыуға ҡарамаҫтан, фильм төшөрөү әлегәсә дауам итә. Ә иһә репетиция  үҙе өс көн барған. Был ваҡытта төп герой һыуҙа үҙен тота белеүгә, билдәле бер ваҡыттар тын алмаҫҡа өйрәнде. Әйткәндәй, фильмдағы был эпизод ни бары өс секунд ҡына барасаҡ.
Фильмдың режиссеры Айнур Асҡаров кино төшөрөү өсөн төрлө урындарҙы һайламаҡсы. Тап ошо бассейндағы картина кеүек үк, республиканың башҡа төбәктәрендә лә өсәр-дүртәр секунд кадрҙар төшөрөләсәк. «Бөртәкләп йыйыла алтын» тигәндәй, һуңынан улар бер кинотаҫмаға тупланасаҡ.
Фильм күптән түгел сценарист, прозаик һәм драматург Шәүрә Шәкүрованың «Китап» нәшриәтендә донъя күргән  «Ел алһын һүҙҙәремде» китабына таянып төшөрөлә. Повесть һәм хикәйәләр йыйынтығы билдәле «Саҡ һәм Суҡ» башҡорт бәйете мотивтарына нигеҙләнеп ижад ителгән. Әйткәндәй, автор тәүҙә ҡыҫҡа метражлы фильм өсөн сценарий яҙһа, һуңынан уны айырым әҫәр итеп үҫтерә.
Азат Ғәлиуллин

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика