Еңеү һалдаттары 12.05.2015

Республика милли музейында Бөйөк Ватан һуғышының 70 йыллығына арналған күргәҙмә эшләй. Ул июнь уртаһына тиклем дауам итә.

Экспозиция совет һәм немец һалдаттарының көнкүрешен сағылдыра. Бөйөк Ватан һуғышында төшөрөлгән фотоһүрәттәр, документтар, атыу ҡоралдары эксклюзив экспонаттарҙан һанала. Уларҙы республика эҙәрмәндәре  экспедицияларға йөрөп туплаған. Экспонаттар араһында төрлө күренекле рәссамдарҙың һуғышҡа, фашистарға ҡаршы төшөрөлгән карикатуралары ла бар. Күргәҙмәлә ҡатын-ҡыҙҙарҙың һуғышҡа индергән тос өлөшө лә сағылыш тапҡан. Башҡортостандан  Бөйөк Ватан һуғышында11 меңгә яҡын гүзәл зат ҡатнашҡан. Уларҙың икәүһе Советтар Союзы Геройы исеменә лайыҡ булған. Күргәҙмәлә шулай уҡ Бөйөк Еңеүгә тос өлөш индереүсе тыл хеҙмәтсәндәре тураһындағы материалдар менән танышып, күренекле яҡташтарыбыҙға арналған фильмдар ҡарарға мөмкин.
Мәсҡүҙә Әсәҙуллина, Башҡортостан милли музейының экскурсиялар бүлеге мөдире: «1945 йылдың 30 апрелендә 22 сәғәт 45 минутта беҙҙең күренекле яҡташыбыҙ  Ғәзи Ҡазыхан улы Заһитов капитан Марков штурмы төркөмө составында рейхстагҡа беренселәрҙән булып ҡыҙыл байраҡ элә. Бына ошо турала бик тәрән, мөһим мәғлүмәт алырға мөмкин».

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика