Дуҫлыҡ ептәре нығый

Дуҫлыҡ ептәре нығый 09.11.2015

Тәтешле районының Яңы Тәтешле ауылында Башҡортостан удмурттарының 5-се съезы үтте. Форум мәҙәни бәйләнештәрҙе, милләт-ара берҙәмлекте, татыулыҡты нығытыуға йүнәлтелде. Бында шулай уҡ телде, ғөрөф-ғәҙәттәрҙе, этник үҙенсәлектәрҙе һаҡлап ҡалыу юлдары ҡаралды.

Сарала барлығы 116 делегат ҡатнашты. Улар араһында Удмуртиянан, Пермь, Свердловск  өлкәләренән ҡунаҡтар ҙа булды. Әйткәндәй, төбәктә удмуттарҙың милли-мәҙәни үҙәге тарафынан төрлө фестиваль, байрамдар даими уҙғарыла. Был ойошма республикала 1996 йылдан алып эшләй. Съезда үҙәктең етәксеһе лә алмашынды, хәҙер яуаплылыҡ Сәлимйән Ғарифуллинға күсте. Күләмле сара Тәтешленең үҙешмәкәр коллективтары ҡатнашлығында байрам концерты менән тамамланды.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика