Дуҫлыҡ байрамы

Дуҫлыҡ байрамы 05.09.2015

Бөгөн Өфөнөң Аксаков паркында Таджик мәҙәниәте көнө ойошторолдо. Унда республикала йәшәүсе төрлө милләт халыҡтары йыйылды.

Сәхнәлә таджик халҡының милли бейеүе. Ул халыҡтың көнкүрешен, тәбиғәт күренештәрен сағылдыра. Таджик милли бейеүендә төп ролде ҡулдар башҡара, улар бейеүгә тәьҫирлелек бирә, уның эҫтәлеген аса. Таджик мәҙәниәт көнөндә башҡа халыҡтар ҙа сығыш яһаны. Сәхнәгә башҡорт, төркмән, мари, чечен халыҡтары ла сыҡты.
Байрамға килеүселәрҙең күбеһе өсөн парк осрашыу майҙаны булды. Күптән күрешмәгән дуҫтар өҫтәл артында яңылыҡтар менән бүлешә. Мәхмүт Хаджи Чечен республикаһынан 1975 йылда ғаиләһе менән Башҡортостанға күсенеп килә. Был икенсе тыуған яғыма әйләнде тип ҡыуана ул.
Байрамға килеүселәр таджик милли ашамлыҡтарын да тәмләп ҡарай алды. Ҡунаҡтар өсөн әҙерләнгән өҫтәлдәре былау, люля-кебаб, Шәрек тәмлекәстәренән, емеш-еләктәренән һығылып тора. Ә оҫталар ҡыҙҙырған шешлектәрҙән майҙанда тәмле еҫтәр аңҡый.
Бөгөн таджик халҡы өсөн икеләтә байрам. Таждик республикаһының бойондороҡһоҙлогона 24 йыл. Ошо уңайҙан сараға сит ил вәкилдәре, Рәсәй мосолмандары диниә назараты рәйесе Тәлғәт Тажетдин да саҡырылды. Байрамға йыйылыусылар Башҡортостанда дүртенсе тапҡыр ойошторолған сара киләсәктә лә дауам итер тигән теләктә ҡалды.
Аймара Рәхимова

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика