«Донъя биләмәһе»

«Донъя биләмәһе» 05.08.2014

Фәйзи Ғәскәров исемендәге башҡорт дәүләт академия халыҡ бейеүҙәре ансамбле cығыш яһаясаҡ сираттағы фестиваль шулай атала. Халыҡ-ара сара 14-17 августа Калининград ҡалаһында үтә.  Рәсәй, Әрмәнстан, Испания, Малайзия, Украина, Япония илдәренең бейеү коллективтарын бер майҙанға йыйған сараның маҡсаты милләт-ара бәйләнештәрҙе нығытыу, мәҙәни тәжрибә уртаҡлашыу.

Данлыҡлы ансамбль бейеүселәре сираттағы фестивалгә ентекле әҙерләнә. Ижади коллектив халыҡ-ара бейеү байрамына тик башҡорт халыҡ бейеүҙәрен генә алып бармаҡсы. Төп маҡсат милли хореография  аша халҡыбыҙҙың ғөрөф-ғәҙәттәре, ижады менән таныштырыу. Әле артистар бейеү хәрәкәттәрен  нығыта, оркестр музыка ҡоралдарын көйләй.
Фәйзи Ғәскәров халҡыбыҙҙың бейеү сәнғәтен түкмәй-сәсмәй һаҡлап,     камиллаштырып, сәнғәт юғарылығына күтәреүҙе маҡсат итеп ҡуйған. Ижади коллектив бөгөн дә ошо аманатҡа тоғро ҡала. Һуңғы йылдарҙа ансамбль йәшәрә, яңы исемдәр, бейеүҙәр өҫтәлә. Әммә данлыҡлы хореограф ҡуйған бейеүҙәр мәңгелек, улар яратып бейелә. Калининградта үтәсәк фестивалдә лә ансамбль башҡорт балетмейстерының бейеүҙәрен тәҡдим итәсәк.
«Ғәскәровсылар»ҙың һәр хәрәкәтенә ҡатын-ҡыҙҙарға хас һығылмалылыҡ, ир-егеттәргә хас ҡыйыулыҡ, саялыҡ һалынған. Сәхнә оҫталары һәр  бейеүҙе бәләкәй тамаша итеп ҡабул итә.
Тәжрибәле ансамбль сәнғәткә һөйөүҙе бейеү аша һала. Халҡыбыҙҙың рухи мираҫын, башҡорт бейеүҙәрен киләһе фестивалдә лә юғары кимәлдә күрһәтеүҙәренә шик юҡ.
Зилиә Әбелғатина

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика