Дирижерҙар парады

Дирижерҙар парады 08.10.2014

Хөсәйен Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһы  76-сы ижад миҙгелен Башҡортостан Милли халыҡ ҡоралдары оркестрының ошо исемле проекты менән аса.

Рәмил Ғәйзуллин етәкселек иткән ижади коллективтың үҙенсәлекле проекты тәүгә былтыр сәхнәгә сыҡҡайны. Уны тамашасылар тиҙ арала яратып өлгөрҙө. Быйыл миҙгелде асыу тантанаһы 23 октябргә билдәләнгән. Сарала Рәсәйҙең дирижерҙары, шул иҫәптән Мәскәү һәм Санкт-Петербург, Силәбе ҡалалары ҡунаҡтары сығыш яһай. Өфөләрҙе шулай уҡ Рәсәйҙең халыҡ артисы, рус халыҡ йырҙарын башҡарыусы Надежда Крыгина ла ҡыуандырасаҡ. Быйыл «Дирижерҙар парады» мәшһүр йырсы Людмила Зыкинаның 85 йыллығына арнап уҙғарыла.


Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку