Дим буйында байрам

Дим буйында байрам 11.07.2016

Дәүләкән районының  Иҫке Яппар ауылы 516 йыллығын билдәләне. Ауылға нигеҙ башҡорттар Рәсәй дәүләтенә ҡушылғансы уҡ һалынған тип билдәләй урындағы халыҡ. Шул осорҙан бирле ҡунаҡсыллыҡ Дим буйында төпләнгән милләттәштәребеҙҙең төп һыҙатына әйләнгән.

Бынан теүәл 516 йыл  элек Дим ярына мең ырыуы вәкилдәре килеп төпләнә. Тамырҙары  Иҫке Яппар ауылынан сыҡҡан кешеләр ауылдың биш быуатлыҡ байрамына төрлө ауыл-ҡалаларҙан ҡайтҡан. Иҫке Яппарҙыҡылар Канадала, Ғәрәп Әмирлектәрендә, Бөйөк Британияла  ла йәшәй. Был исемлекте артабан да дауам итеп булыр ине..
Күренекле сәсән, мәғрифәтсе  Мөьмин Ғилманов яҙмаларынан күренеүенсә, йәмле Дим буйында урынлашҡан ауылға 1500 -cе йылда нигеҙ һалына. Яҙма сығанаҡтарҙа Ҡырҡ өйлө мең һүҙе лә йыш осрай. Бында ҡырҡлаған нәҫел-ырыу көн иткән. Улар араһынан абруйлы бер башлыҡ һайланған. Дәҫтән хан уларҙы саҡыртып алып үҙенең фармандарын бирер булған.
Ерле халыҡ  илебеҙҙең  Пугачев ихтилалы, Француз яуҙарына ҡаршы хәл иткес тарихи ваҡиғаларҙа ҡатнашҡан. Уларға  бәйле хикәйәттәр халыҡ хәтерендә. Архив материалдарынан ҡаһарман олатайҙары үткән шанлы йылдарҙы өйрәнә
Дим буйҙарын төйәк итеүселәр ата-бабалары йолаларын, ғөрөф-ғәҙәттәрен онотмай.Тирмәләр  береһенән -береһен уҙҙырып аҫалы балаҫтар, тормош-көнкүреш әйберҙәре менән йыһазландырылған. Һәр тирмәлә иң мөһим һәм ҡәҙерле нәҫел шәжәрәһе өйрәнелеп аҡ ҡағыҙға төшөрөлгән. Яңы Яппарҙар нәҫелдәрен алтынсы быуынға тиклем асыҡлаған. Боронғо нәҫелдәрен барлауҙы артабан да әүҙемләштерергә ниәтләйҙәр.
Ауыл ситендәге боронғо зыяраттың ҡәбер таштарын  тарихсылар өсөн хазина. Үткәндәрҙе юллаусылар был ҡәбер таштары араһында ауылға тәүге нигеҙ һалыусы Яппар исемле уҙамандың да ташы бар  тигән фекер яҡлы.
Бөгөнгө байрамда ҡатнашыусылар үҙҙәре йәшәгән ерҙәргә таралышасаҡ. Иҫке Яппарҙа төпләнеүселәр йылдан-йыл  кәмей барһа ла, был төбәктән сығыусылар ауыл бөтөүгә юл ҡуйылмаҫ һәм киләсәктә тағы ла йәмлерәк юбилейҙарға йыйылырбыҙ тигән өмөттә.



Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика