Диңгеҙ. Утрау. Хазина.

Диңгеҙ. Утрау. Хазина. 19.12.2016

Өфөлә кескәйҙәр үҙҙәре өсөн сәхнәләштерелгән спектакль ҡараны. Хәйриә акцияһы «Мәрхәмәт», «Система», Башҡорт электрҙар селтәрҙәре һәм «Таргин» ойошмалары тарафанан ойошторолдо.

Байрамда ата-әсә ҡарауынан мәхрүм ҡалған һәм физик мөмкинлектәре сикләнгән биш йөҙгә яҡын бала ҡатнашты. Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры актерҙары уларҙы мөғжизәгә ышандыра алды. Малайҙар-ҡыҙҙар шыршы тирәләй йырлап-бейене, Ҡыш бабайға үҙ һөнәрҙәрен күрһәтте.
Светлана Мирсаева, «Мәрхәмәт» хәйриә фонды вәкиле: «Бындай байрамдар һәр ваҡыт балаларҙы берләштерә, уларға бер-береһе менән аралашыу мөмкинлеге бирә. Артабан уларҙың үҫешендә лә ҙур роль уйнай. Яңы йыл байрамынан һәр кем кәйефе күтәрелеп, көс-дәрт алып ҡайтыр тип ышанабыҙ».
Артабан тамаша театр сәхнәһендә дауам итте. Өр-яңы спектаклде кескәйҙәр ҙә, ололар ҙа яңы йыл бүләге итеп ҡабул итте.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика