Дәһшәтле йылдарҙа тыл совет һалдаттарының төп терәгенә әйләнә

Дәһшәтле йылдарҙа тыл совет һалдаттарының төп терәгенә әйләнә 28.02.2015

Бөтә ауырлыҡ ҡатын-ҡыҙҙар, быуындары ла нығынмаған үҫмерҙәр, ҡарттар иңенә ята. Улар тәүлек әйләнәһенә эшләп фронттағыларҙы ашата ла, кейендерә лә, ҡорал да эшләй. Ҡыҙғанысҡа, юғалтыуҙар фронт һыҙығынан бигерәк, тылда ла күҙәтелгән. Халыҡ аслыҡ-яланғаслыҡтан ҡырылған.

Бәлиғ та булып өлгөрмәгән Мәрйәм Хитабуллина менән Алмабикә Сәйетғәлина балалыҡ һәм үҫмер йылдарын ҡәһәрле һуғыш урлаған быуындан. Тормоштоң әсеһен-сөсөһөн татып, күпте кисереп, сынығып үҫә улар. Билдәре лә нығынып бөтмәгән ҡыҙҙар ирҙәр өсөн дә ауыр эш һаналған - ағас ҡырҡырға ебәрелә.
Ҡышҡы селләне оло ыҙалыҡ менән үткәреп ебәргәс, ҡыҙҙар унынсы марттан һуң тыуған ауылдарына ҡайта. Артабан эш колхозда дауам итә. Фронтта ғына түгел, тылда ла халыҡ та, мал-тыуар ҙа күпләп ҡырылды, ти Мәрйәм Дәүләтша ҡыҙы.
Бөйөк Еңеү өсөн Совет халҡы юғары хаҡ түләне, иҫ киткес ҡиммәт! 27 миллион кеше ғүмере... Ер ҡарҙан әрселеү менән балалар ырҙынға, көҙҙән ятып ҡалған иген башаҡтарын йыйырға юллана. Ҡырҙыҡ тартып, ононан күмәс бешерергә тура килһә лә, уны ашауҙа ла сама белә инек, юғиһә ағыуланыуың бар, ти һуғыш осоро шаһиттары. Көҙҙән ер аҫтында ятып ҡалған картуф, үлән, тамырҙар менән дә туҡланырға тура килгән. Ә он тураһында уйлау ҙа юҡ, сөнки көҙгөһөн бар иген хөкүмәткә тапшырыла ине, ти Һамар ҡалаһында йәшәүсе милләттәшебеҙ Рәшиҙә Сәхәү ҡыҙы ла.
Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында Башҡортостан Рәсәйҙе ҡорал, аҙыҡ, яғыулыҡ, һалдаттар менән тәьмин итеүсе төп төбәктәрҙең береһе була. Тарихи мәғлүмәттәргә күҙ һалғанда, 1941-1942 йылдарҙа Башҡорт АССР-ына эвакуацияланған йөҙгә яҡын завод һәм фабрика, тиҫтәләгән госпиталь, әллә күпме үҙәк хужалыҡ һәм дәүләт органдары урынлаштырыла. Республика сәнәғәте оборона продукцияһы сығарыуға күсә. Белорет металлургия комбинаты танк һәм артиллерия заводтары өсөн ҡоростоң ныҡлы сортын сығарыу ысулын үҙләштерә. Нефть эшкәртеүсе заводтар һуғыш машиналары өсөн юғары сифатлы яғыулыҡ етештерә. Өфө паровоз ремонтлау, Белорет металлургия заводтарында авиация бомбалары, снаряд һәм мина корпустары эшләнә. Халыҡ тәүлек әйләнәһенә эш станоктарынан китмәй ҙә тиерлек. Ғөмүмән, Башҡортостан эшселәре Оборона фондына 335 миллион һум аҡса индергән. Был килемгә төрлө ҡеүәтле самолет, танк колонналары төҙөлә. 1940 - 1945 йылдарҙа Башҡортостан колхоз- совхоздары дәүләткә 160 млн бот иген, 980 мең центнер ит һәм бүтән аҙыҡ-түлек тапшыра. 1944 йылды миҫалға алғанда, республика фронтҡа 600 мең һалдат, 5 меңдән ашыу автомобиль, 750 трактор, 71 мең ат, 13 мең ылау  аҙыҡ-түлек оҙата.
Еңеү, тыныс тормош өсөн һуңғы телем икмәген йәлләмәгән, һуңғы күлдәгенә тиклем фронтҡа һалып биргән тыл ветерандары... Еңеү яулауға тос өлөш индергән ҡаһармандарға һәйкәл тик былтыр ғына ҡуйылды. Ауырғазы районында урынлашҡан  һәйкәлдә һуғыш йылдарында иң йыш яңғыраған, кешеләрҙе дәрләндергән «Барыһы ла фронт өсөн, барыһы ла еңеү өсөн» тигән изге һүҙҙәр яҙылған. Опостомент ике өлөшкә бүленгән. Бер яғында яралы һалдат торһа, икенсеһендә тырма тотҡан ҡатын. Уның янында көлтә бәйләүсе үҫмер һәм бала саҡ бәхете татымаған сабый. Барыһы ла һүҙһеҙ ҙә аңлашыла...
Азат Ғәлиуллин

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика