Дүртөйлө районында республика халыҡ «Шәжәрә байрамы» үтте

Дүртөйлө районында республика халыҡ «Шәжәрә байрамы» үтте 11.07.2016

Ырыу тамырҙарын төҙөү - элек-электән килгән изге йола. Һәр ғаилә үҙ шәжәрәһен белергә бурыслы. Ошо маҡсатта оло йыйынды был юлы дүртөйлөләр ҡабул итте. Республикала «Шәжәрә байрамы» йылдың иң сағыу мәҙәни сараһы булып тора.

Йыл да Башҡортостан район-ҡалаларында йәшәүселәр ҙур ҡорға йыйыла, ырыу-тамырҙарын барлай. Һуңғы ваҡытта ғына ул республиканың һигеҙ төбәгендә үткән. Дүртөйлөләр ҙә был байрамды лайыҡлы ҡаршы алды. Теҙелгән сағыу тирмәләр ҡорға байрам йәме өҫтәп, әллә ҡайҙан уҡ үҙенә саҡырып ултырҙы. Урында көнүҙәк темаларға арналған ғилми-ғәмәли конференциялар, милли уйындар ойошторолдо, республика халыҡтарының тормош-көнкүреш әйберҙәрен торған күргәҙмәләр эшләне.
Байрам майҙанының бер яғында Ҡаңны, Йылан, Гирей, Йәлдәт ырыуы батырҙары милли көрәштә, икенсеһендә аш-һыу оҫталары сәк-сәк бешереү буйынса һынау тотто. Дүртөйлөнөң иң оҫта тәм-том бешереүсе исеменә Иҫке Байыш ауылынан Мәүлимә Мөфтөева лайыҡ булды. Тәжрибә уртаҡлашыу маҡсатында Силәбе һәм Свердловск өлкәһе вәкилдәре лә ҡатнашты. Байрам һөҙөмтәләре буйынса Дүртөйлө тарихи-тыуған яҡты өйрәнеү музейы беренсе дәрәжәләге диплом менән бүләкләнде.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика