Дәрт-дарманлы ижадсы

Дәрт-дарманлы ижадсы 11.11.2014

Ҡурай, бейеү сәнғәте аша халыҡ һөйөүен яулаған Рәйес Низаметдинов баш ҡала сәхнәһендә алтын юбилейын туйланы.

Һөнәре буйынса ауыл хужалығы белгесе Рәйес Йәүҙәт улының бар  булмышы ижадтан, моңдан туҡылған. Башҡорт бейеү сәнғәтен өйрәнеп, уны киләсәк быуындарға бар камиллығында тапшырыуҙы маҡсат итеп ҡуйған сәхнә оҫтаһының байрамы ҡурайсыларҙы, бейеү коллективтарын, ябай тамашасыларҙы бергә тупланы.  
«Тарпандар», «Марш» бейеүе, «Ҡара-ҡаршы», «Ҡайын һуты», «Солоҡсолар»,
«Алтын йыуыусылар», «Тиле йәшлек». Рәйес Низаметдинов ижад иткән бейеүҙәр¬ҙең һәр береһенең үҙ тарихы. Халыҡсан бейеүҙәр республика ҡала-райондары сәхнәләрендә яратып башҡарыла. Шул иҫәптән Учалы филармонияһында.
Сәнғәт донъяһына һәр кем үҙ юлы менән килә. Ә ижадсы өсөн был мөхиттең мөғжизәләр иле икәнен тойоп, үҙе лә шуның бер өлөшө булып китһә ҙур  бәхет. Тамашасы ихтирамын яулаған Рәйес Низаметдиновтың йөрәгендә бейеү сәнғәтенә оло һөйөү йәшәй. Ул ғүмерлек ҡомар...
Әлиә Ғәләүетдинова

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку