Быйыл уңыштың мул булырын ағинәйҙәр алдан уҡ белгән 11.12.2016

Киләһе йәйҙе улар улай уҡ яҡшы булмаҫ тип ышандыра. Баймаҡ районы Ярат ауылы ағинәйҙәре халыҡта юғала барған һанамыштар, юрауҙар, күҙаллау йолаһын тергеҙә. Улар хәҙер инде бер нисә йыл дауамында һауа торошон күҙәтеп яҙа бара. Һынамыштар ҙа яңыртыуҙы талап итә, ти ағинәйҙәр. Сөнки климат үҙгәрә һәм элекке юрамыштар тап килмәй ҙә башлаған. Быйылғы ҡыш менән етеп килгән Яңы йылды улар нисе фаразлай. Әтәс йылы нисек килер?

Ярат ауылында йәшәүсе Хәбирә Ғәҙелшинаның  һәр иртәһе   тәбиғәт күренештәрен тикшереүҙән башлана. Ул башлыса өләсәһе   юрамыштарына, һынамыштарға  таянып эш итә. Студент сағында халыҡ юрамыштары һәм  һынамыштары буйынса  үҙенең эшен дә яҡлап сыға.  Шуға күрә, ханыма  халыҡтың ауыҙ-тел  ижады  айырыуса  яҡын.  Хәбирә  Ғәҙелшина быйылғы йыл нисек  буласағын  да яҡынса алдан фаразлап ҡуйған. Йылдар буйы һыналып килгән  халыҡ һынамыштарының күбеһе тура килә, ти ул.
Халыҡ һынамыштары менән ҡыҙыҡһыныусылар заман технологиялары менән дә оҫта эш итә. Үҙҙәренең юрауҙарын улар  интернет аша  ла тикшереп ҡарай. Иртәгәһе көнгә  ниндәй һауа торошо күҙаллана,  яуым-төшөм буласаҡмы икәнлеген һәр ваҡыт алдан белеп торалар. Рәсимә Назарова ла өләсәһе   һөйләгән һынамыштар буйынса  юрай   икән.  Мәҫәлән, 14 мартта уҡ  яҙҙың нисек килеүе  хаҡында белеп була икән.  
Быйыл  йәй  башҡа йылдарға ҡарағанда, айырыуса  йылы булды,  тимәк,  ҡыш  һыуыҡ буласаҡ, иген уңасаҡ, ти халыҡ һынамыштары менән оҫта эш итеүселәр. Был иһә Әтәс  йылының  ауыл хужалығы өсөн уңышлы йыл буласағын ишаралай. Һәр миҙгелдең үҙ сере бар.  Шулай ҙа күҙ күрер, барыһын да яҡшыға  юрайыҡ.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика