Быйыл 20 октябрҙә Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай Кәримдең тыуыуына 95 йыл тула

Быйыл 20 октябрҙә  Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай Кәримдең тыуыуына 95 йыл тула 17.10.2014

Ошо көндәрҙә һәр тарафта мәшһүр ижадсыға арналған саралар, шул иҫәптән бөгөн шағир һәйкәле алдындағы майҙанда төбәк-ара шиғриәт фестивале уҙа.

Башҡортостан юлдаш телевидениеһы бөгөнгө көндә әҙиптең тере архивын һүрәтләгән фильмографик белешмәһен баҫмаға әҙерләй. Бөйөк шәхесебеҙҙең тыуған көнөн өр яңы әҫәр менән ҡаршылай. Башҡортостан юлдаш телевидениеһының «Мостайҙың алтын мираҫы» тип аталған проекты ун йыл элек, шағир иҫән саҡта донъя күргәйне. Ул Алтын фондҡа йыйылған телематериалдарға таянып ижад ителә һәм даими сығып килә. Бөйөк замандашыбыҙҙың рухи мираҫын һәм исемен мәңгеләштереүгә бәйле һәр осрашыуҙа күрергә була беҙҙең видеояҙмаларҙы. Был юлы тамашасыларыбыҙға «Бәлки, ҡалыр ошо ораным…» тигән документаль фильм тәҡдим итәбеҙ. Авторы Шәүрә Fилманова уны автопортрет жанрында ижад иткән. Мостай Кәримдең төрлө йылдарҙа, төрлө йыйындарҙа яһаған сығыштарынан ҡоролған даһийыбыҙҙың телепортреты. Әҫәр «Рәсәй башҡорттары» Дәүләт программаһы сиктәрендә әҙерләнде. Телефильмдың премьераһын 18 октябрь киске 8-ҙә ҡарай алаһығыҙ. Ә шағирҙың тыуған көнө - 20 октябрҙе Башҡортостан юлдаш телевидениеһы Мостай көнө тип иғлан итте.


Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку