Былтыр йыл аҙағында Баймаҡта моделле ике китапхана эш башлаған 30.01.2015

Интернет селтәренә тоташтырылған Иҫке Сибай ауылы һәм район балалар китапханаларына был хаҡта тейешле сертификаттар тапшырылған.  

Район балалар китапханаһы ҡаланың 4-се лицейында урынлашҡан. Уҡыусылар бында тәнәфес мәлдәрендә лә , дәрестән һуң да инә. Көнөнә иллегә яҡын бала килә. Уларҙың рухи зауығын ҡәнәғәтләндереү өсөн китапхана фондында 18 мең дана тирәһе китап тупланған. Балалар һәм үҫмерҙәр өсөн 28 төр гәзит-журнал алдыралар. Китапхананың уҡыусылары 2 мең ярымдан аша.
Балаларҙы йәлеп итеү өсөн китапханала төрлө саралар үтә, өҫтәл уйындары ла бар. Заман башҡа, заң башҡа тигәндәй, китапханаларҙы яңы технологиялар, мәғлүмәт эҙләү өсөн яңы алымдар менән байытыу көн талабы ине.  Йыл аҙағында балалар китапханаһының донъя селтәренә тоташтырылыуы был мөмкинлектәрен тағы ла арттырҙы. Әҙәбиәт йылында балалар  заманса китапханаға йөрөү бәхетенә эйә булды.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика