Былау, манты һәм башҡалар 29.12.2016

Бөгөн Өфөнөң Салауат Юлаев майҙанында төрлө милләт вәкилдәренең аш-һыу байрамы үтте. Тәүге тапҡыр ойошторолоуға ҡарамаҫтан, сараға халыҡ күп йыйылды.

Былауҙы беҙ азия халҡы ашы тип ҡабул итергә өйрәнгәнбеҙ. Ул төрлө халыҡта төрлөсә, үҙҙәренә генә хас ысул буйынса бешерелә. Үзбәктәрҙә мәҫәлән, былауға һарымһаҡ, йомортҡа, тағы ла тәм өҫтәр өсөн кипкән емеш-еләктәр ҡушыла. Һәм башлыса ир-егеттәр әҙерләй.
«Салауат Юлаев» майҙаны тирмәһендә бөгөн тиҫтәләп халыҡтың милли аш-һыуҙары күргәҙмәһе ойошторолдо. Халыҡ традицияларын башҡа милләттәргә күрһәтеү, үҫеп килеүсе быуынға еткереү йәһәтенән сара тәүгә ойошторолдо. Кухня аша башҡа халыҡтың ғөрөф-ғәҙәттәре менән танышыу, яҡындан белеү һәм аңлау йәһәтенән дә үҙенсәлекле булды.
Ә был өҫтәлде республика картаһы тиһәң дә хата булмаҫ. Унда башҡорт милли кухняһы тантана итте.
Теге йәки был милләттең милли аш-һыуҙары тарих төпкөлөнә барып тоташа. Шуға ла байрамға ойоштороусылар оло мәғәнә һалған. Ә инде киләһе йыл унда халыҡты тағы ла күпләп йәлеп итеп, күләмле итеп уҙғарыу күҙаллана.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика