Әбйәлилдәр Республика көнөн һәм райондың 85 йыллыҡ юбилейын ижади уңыштар, спорт еңеүҙәре менән ҡаршылай

Әбйәлилдәр Республика көнөн һәм райондың 85 йыллыҡ юбилейын ижади уңыштар, спорт еңеүҙәре менән ҡаршылай 07.10.2015

Икеләтә байрам уңайынан Асҡарҙа төҙөкләндерелгәндән һуң  «Йәштәр йорто» үҙ ишектәрен асты.

Яҡшымбәтов исемендәге элекке кинотеатр ысын мәғәнәһендә танымаҫлыҡ булып үҙгәргән.  Хәҙер бында егеттәр-ҡыҙҙар төрлө түңәрәктәрҙә шөғөлләнә. Берәүҙәр спорт йүнәлешен, икенселәр ағас һырлау, өсөнсөләр авиамоделдәр эшләү түңәрәктәрен һайлай.  
«Йәштәр йотонда» милли көрәш, бокс, өҫтәл теннисы менән шөғөлләнеү өсөн бөтә шарттар булдырылған, тейешле ҡорамалдар алынған. Психологик яҡтан ауырлыҡтарға осрағандарға ышаныс телефоны эшләй. Унда һәр кем үҙен борсоған һорауҙарға яуап таба ала
Волга буйы федераль округында табышлы эшләүсе предприятиелар буйынса алдынғы  урында барыусы Башҡортостандың иҡтисади үҫеше өсөн Әбйәлилдәр ҙә тос өлөш индерә. Йәштәр күңеле теләгән һөнәр алып, халыҡ хужалығының төрлө тармаҡтарында эшләй алыу мөмкинлегенә эйә. Республика көнө уңайынан үткәрелгән тантаналы сарала хеҙмәт алдынғыларына юғары дәүләт наградалары тапшырылды. Артабан  олоһо-кесеһе  сәхнәлә рухлы бейеүҙәр, моңло йырҙар менән сығыш яһаны.  Шулай уҡ ошо көндәрҙә «Әбйәлил энциклопедияһы» ла донъя күрҙе. Урындағы халыҡ уны төбәктең 85 йыллығына оло бүләк  итеп ҡабул итте.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика