Әбйәлилдәр Экология йылын боронғо йолаларҙы тергеҙеп билдәләй

Әбйәлилдәр Экология йылын боронғо йолаларҙы тергеҙеп билдәләй 03.05.2017

Райондың ҡатын-ҡыҙҙар советы  тирә-яҡ мөхитте һаҡлауға арналған күсмә семинарҙың ғәмәли өлөшөн шишмә буйында үткәрергә хәл итә.

Ҡатын-ҡыҙҙар советы семинары Әбйәлил районының Гусев ауылында үтһә, ғәмәли өлөш  Тал Ҡусҡарында ойошторола. Бында  ауыл халҡы сарала ҡатнашыусыларға тәбиғәтте һаҡлау буйынса  башҡарылған эштәрен,  һыу менән бәйле боронғо йолаларҙы күрһәтә. Тал Ҡусҡарында йәшәүселәр үҙҙәрен уратып алған  йәшел ҡалҡанға, йылға-шишмәләргә һаҡсыл мөнсәбәттә. Инеш буйҙары йәмәғәтселек тарафынан таҙартылған, тәртипкә килтерелгән. Ауылдағы  йүнселдәрҙең  көсө менән ҡарағас  үҫентеләре ултыртылған. Йолаларға килгәндә инде, был йәш быуын халҡыбыҙҙың ғөрөф-ғәҙәттәрен белеп үҫһен өсөн ойошторола. Сөнки тарихын белгән, хөрмәт иткән кеше тирә-яҡ мөхиткә лә иғтибарлы була. Ә тәбиғәт беҙ уға ҡарата ниндәй мөнәсәбәттә шулай уҡ яуап бирә. Ата-бабаларыбыҙҙың һыу менән бәйле бик күп мәҡәл-әйтемдәре, йолалары шуға асыҡ дәлил.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика