Әбйәлил районында «Йондоҙ балҡышы» хикәйәләр конкурсына йомғаҡ яһалды

Әбйәлил районында «Йондоҙ балҡышы» хикәйәләр конкурсына йомғаҡ яһалды 13.07.2017

Яҙыусыларҙы күтәреү маҡсатында ойошторолған бәйге халыҡта ҙур ҡыҙыҡһыныу уятты. Уларҙың ижад емештәре аҙна һайын «Йондоҙ» гәзите биттәрендә донъя күреп барҙы. Башҡорт телендә дүрт мең ярым тираж менән сыҡҡан баҫма Әбйәлилдән тыш,  Магнитогорск ҡалаһы һәм Баймаҡ районында бушлай таратыла.

Конкурс «Йәйғор» ижади берекмәһе һәм «Ҡуңыр буға» төбәк-ара йәмәғәт ойошмаһы менән берлектә иғлан ителә. Эштәрҙе яҙыусы Әхмәт Үтәбай рәйеслегендә жюри ағзалары баһалаған.
Хикәйәләр конкурсы һөҙөмтәләре буйынса тәүге өс урынға Зөһрә Бәшәрова, Миңнур Ҡасимова, Фәрзәнә Хамматова һәм Айһылыу Хәсәновалар лайыҡ булды. Бынан тыш, төрлө номинацияларҙа тиҫтәгә яҡын яҙыусы еңеүсе тип танылды. Уларға дипломдар һәм аҡсалата премиялар тапшырылды.    

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика