Әбйәлил районында «Һаумыһығыҙ, ауылдаштар!» байрамы гөрләй 06.07.2017

Бынан ярты быуат элек Ҡаҙмашта башланғыс алған яҡташтар осрашыуы төбәктә генә түгел, бөтә республикаға танылыу яуланы. Быйыл күркәм байрамды Әбйәлилдең 14 ауылында ойоштороу ҡаралған.

«Һаумыһығыҙ, ауылдаштар!» байрамы Әбйәлил районының һәр ауылында 5 - 6 йыл һайын ойошторолоп тора. Осрашыу уҙасаҡ ауылда әҙерлек алдан башлана: халыҡ йыйындары үтә, эш планы төҙөлә, ойоштороу комитеты билдәләнә. Булдыҡлы хужалар алдан үрнәк күрһәтеп, донъяларын бөтәйтә. Ишҡол ауылы халҡы ла байрамға дәррәү әҙерләнгән. Буялмаған ҡоймалар, йүнәтелмәгән бер генә ихата ла ҡалмаған.
Осрашыу ауыл осондағы зыярат янында мәрхүмдәр рухына аят уҡыуҙан башланды. Быйыл Ишҡолдар әрүахтар йортон тимер ҡойма менән уратып алған. Артабан төрлө тарафтарҙан ҡайтҡан ҡунаҡтар урамдар буйлап йөрөп сыҡты, хужабикәләр әҙерләгән милли аш-һыуҙан ауыҙ итте. Ысынлап та, ауылда бөгөн тормош ҡайнай. Йорттарға газ үткән, йәштәр ҙур  йорттар һала, йүнселдәр ҡаҙ үрсетә, мал-тыуар  тота.
Ишҡол ауылы үҙенең билдәле кешеләре менән сит тарафтарҙа ла дан ҡаҙанған. Мәҫәлән, Башҡортостандың атҡаҙанған рәссамы, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премия лауреаты Әхмәт Лотфуллин да ошо ерҙә тыуып үҫкән. Мәғлүм булыуынса, рәссам үҙенең күп кенә  картиналарында ауылдаштарын һынландырырға тырышҡан.
Күркәм байрам артабан Ҡыҙыл йылғаһы буйындағы аҡланда дауам итте. Килгән ҡунаҡтар Ишҡолдарҙың сараға етди әҙерләнеүен билдәләне. Был көндө "Һаумыһығыҙ, ауылдаштар!" байрамы Әбйәлил районының тағы ла тиҫтәләп төбәгендә үтте. Ә 15 июлдә Хәлил ауылында йәшәүселәр ҙә ошондай байрамды ҡабул итергә әҙерләнә.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика