Әбйәлил районында ағинәйҙәр ҡор йыйҙы

Әбйәлил районында ағинәйҙәр  ҡор йыйҙы 18.05.2015

Был юлы осрашыу Халыҡ-ара ғаилә көнө сиктәрендә үтте.

Хеҙмәт ветераны Фәйрүзә Кәримованың сығышы бер кемде лә битараф ҡалдырманы. Әбйәлил районының Ҡужан ауылында йәшәүсе ханым ағинәйҙәр алдына яңы бурыс ҡуйҙы. Ул мәктәп ашханаһында балаларға буҙа, ҡымыҙ кеүек шифалы эсемлектәр биреү яҡлы. Бының өсөн Әбйәлилдә буҙа ҡойоусылар, ҡымыҙ бешеүселәр  етерлек, ти ул.
Бынан тыш, төбәк ағинәйе балаларҙа бәләкәйҙән хеҙмәткә һөйөү уятыуҙы  мөһим бурыс һанай.
Халыҡ-ара ғаилә көнө уңайынан ойошторолған ҡорҙа Әбйәлил ағинәйҙәре, Ҡатын-ҡыҙҙар ойошмаһы тарафынан 15 ғаилә тәбрикләнде. Сәхнә түренә күтәрелгән һәр ғаилә  өлгөлө. Улар  балаларына лайыҡлы тәрбиә биреү менән бер рәттән, йәмәғәт эштәрендә лә әүҙем ҡатнашып йәшәй.
Йыр-моң менән үрелеп барған байрамда иғтибарҙан  ағинәйҙәр ҙә  ситтә ҡалманы. Райондың Ташбулат, Асҡар, Әлмөхәмәт һәм Байым ауылы ағинәйҙәр ойошмаһы, килгән ҡунаҡтар тарафынан юғары баһаланып ноутбуктар менән бүләкләнде. Был уларға көс-ҡеүәт өҫтәне, изге эштәргә ҡанат ҡуйҙы.
Азат Ғәлиуллин

Загрузка видео...
Комментарии
Загрузка

Возврат к списку


Яндекс.Метрика