«БСТ» йондоҙҙары!» 29.01.2016

Хаҡлы ялға сыҡҡан өлкәндәр халыҡ университеты студенттары. Уларға компьютерға, ҡул эштәренә өйрәнеү, сит телдәрҙе камиллаштырыу ,сәхнә йондоҙо булып китеү бер ни тормай. Бары тик теләк һәм дәрт кенә булһын. Өфөлә йәшәүсе пенсионерҙар  уйынлы-ысынлы-беҙ «БСТ» йондоҙҙары!» тип тә ҡыуана.

Уларҙың  һәр нотаны һәм йырҙың ритмын  тотоп алған сығыштары сит ил эстрадаһы артистары сығышына тартым. Өсөнсө быуын университеты студенттары сит ил йырҙары менән бер рәттән рус һәм башҡорт халыҡ йырҙарын өйрәнеүгә лә ҙур иғтибар бүлә.
Был кабинеттағы өлкәндәр интернет селтәрҙәрендәге сайттарҙа ла аҙашмаҫлыҡ таһыллыҡ менән  компьютерҙа эшләй. Бөгөн улар «Фейсбук»та теркәлеп дуҫтары менән аралаша. Халыҡ университеты эсендә генә егерменән ашыу клуб эшләй. Өлкәндәр араһында бигерәк тә сит телдәрҙе өйрәнеү, бәйләү оҫталығына ирешеү, һүрәт төшөрөү, хор бүлектәре популяр. Парикмахер һөнәрен өлкән йәштәге ханымдар үҙ итә. Бында йөрөүселәрҙең дуҫлығына һәм берҙәмлегенә һоҡланырлыҡ.
Университетта уҡыусы өлкәндәрҙең «БСТ йондоҙо» клубы ла үҙенсәлекле. Улар «Телеүҙәк», «Интервью» проекттарында ҡатнашып, етәкселәргә үҙҙәрен ҡыҙыҡһындырған һорауҙарҙы бирә алды. Нидәй генә мәсьәләләр килеп тыумаһын, бында йөрөүсе һәр  өлкән кеше үҙен социаль яҡтан яҡланған итеп тоя.
Александр Кузнецов, Рәсәй хаҡлы ялдағылар берлегенең төбәк бүлексәһе рәйесе:
«Беҙ өлкәндәрҙе социаль яҡлаусы булараҡ та сығыш яһайбыҙ. Күптән түгел Өфөнән оло йәштәге ханым мөрәжәғәт итте. Төҙөүсе компания уның һигеҙ фатирлы йортон һүтә, торлаҡ урынына бәләкәй сумма аҡса тәҡдим итә. Был аҡсаға ул ҡала ситенән генә сар сифатлы бүлмә генә һатып аласаҡ. Беҙ был мәсьәләгә ғәҙеллек индереү маҡсатында  уны яҡлаясаҡбыҙ».
Яҡын арала халыҡ университеты үҙ эшмәкәрлеген киңерәк йәйелдерәсәк. Махсус программа сиктәрендә Өфөнән ситтә, төпкөл райондарҙа йәшәүсе өлкәндәр ҙә белем алыу мөмкинлегенә эйә буласаҡ.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика