БРИКС саммитына үҙенсәлекле фотопроект

БРИКС саммитына  үҙенсәлекле фотопроект 10.07.2015

Бер төркөм ижадсылар донъя кимәлендәге ваҡиғаға үҙ ҡарашын белдерә. Фотограф Илдар Ғүмәровтың эштәрендә Рәсәй,  Ҡытай, Бразилия, Һиндостан һәм Көньяҡ Африка илдәре һылыуҙары һәм башҡорт ҡыҙы  образы.  Бөтә фотоларҙа ла  фотомодель Айгөл Әмирханованың сүрәте. Образдарҙы тыуҙырыу күп кенә ваҡыт талап иткән . Проект авторҙары  кейемдәр һәм биҙәүестәр ярҙамында милли һыҙаттарҙы сағылдырырға  тырышҡан.  

Илдар Ғүмәров, фоторәссам: «Ошо проект менән беҙ Ер шарында йәшәүсе  һәр халыҡтың бер-береһенә яҡын, туғандаш икәнен күрһәтергә теләнек. Фотокүргәҙмә өсөн тәүҙә төрлө моделдәрҙе саҡырырға уйлағайныҡ, шулай ҙа бөтә образдарҙы ла  бер кеше аша сағылдырыу отошлораҡ, тип таптыҡ».

Загрузка видео...
Комментарии
Загрузка

Возврат к списку


Яндекс.Метрика