Бренд-байрам! 18.11.2016

Хәйбулла районында халыҡ кәсептәрен тергеҙеүҙе маҡсат итеп ҡуйған йолаларҙы шулай атарға мөмкин. Төбәктә йәшәүсе ағинәйҙәр бороңғо шөғөлдәрҙе күрһәтеп кенә ҡалмай, йәштәргә лә өйрәтә. Сираттағы байрамдарҙың береһе Мәмбәт ауылында үтте.

Һигеҙенсе тиҫтәһен ҡыуған Рәхимә Турғаеваның ҡулында орсоҡ уйнап тора. Бала саҡтан күреп үҫкән шөғөл алсаҡ йөҙлө инәй өсөн  ифрат яҡын. Шуға күрә эш тә ырай, йомғаҡ та ҙурая.
Һарыҡ йөнө әҙер йомғаҡ булғанға тиклем бер нисә баҫҡыс эшкәртеү үтә. Тәүҙә тетеп, һуңынан иләйҙәр, артабан сиратып, йыуып киптереп, ҡабат йомғаҡтарға урайҙар. Әлеге көндә был эште күпкә еңеләйткән бихисап заманса ҡорамалдары бар. Шулай ҙа сифат яғынан барыбер ҡул менән эшкәрткән йөнгә етмәй, ти Мәмбәт уңғандары.
Ағинәйҙәрҙең кемеһелер йөн тетә, икенсеһе иләй-сирата, өсөнсөһө бәйләмгә тотонған. Ошонда уҡ йөндән баҫылған кейеҙ, балаҫ, быйма, ойоҡбаш-бейәләй кеүек һәм башҡа ҡул эштәре күргәҙмәһе лә ҡуйылған. Ямғырлы йыл булғанға ла, һарыҡ йөндәре быйыл яҡшы ҡабарған. Күмәкләгән яу ҡайтарған тигән әйтемгә таянып, ауыл халҡы миҙгелле эштәрҙе бергәләп башҡара. Сценарий буйынса әҙерләнгән орсоҡ байрамы ауылдың олоһон да, кесеһен дә бергә йыйҙы. Бәләкәй ҡыҙҙарға йөн тетеү эше йөкмәтелһә, малайҙар орсоҡ эшләне.
Йөндән кейеҙ һәм тула баҫыуҙар, тирмә ҡороп, кейем тегеүҙәр - борондан ҡалған йола. Һәм ул әле лә онотолмаған тип әйтергә кәрәк. Йәш килен бирнәһендә һарыҡ йөнөнән эшләнгән зиннәтле балаҫтар булһа, кейәү кеше ҡалымға һарыҡ биргән. Халыҡ медицинаһына бәйле, шулай уҡ төрлө алымдар файҙаланыла. Һарыҡ йөнөн ҡырҡыу өмәһе барлыҡ йолаларҙы теүәл башҡарып, юғары кимәлдә үтте. Өмәселәрҙең теләк-фатихалары һәм еңел ҡулы менән эш ырамлы барҙы.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика