Бокс буйынса ике тапҡыр Америка чемпионы Хәбир Сөләймәновтың башҡорт Сыңғыҙханы тураһындағы «БашГизХан» китабының исем туйы үтте

Бокс буйынса ике тапҡыр Америка чемпионы Хәбир Сөләймәновтың  башҡорт Сыңғыҙханы тураһындағы  «БашГизХан» китабының исем туйы үтте 24.02.2015

Сараға килеүселәр йыйынтыҡты боксерҙың автографы менән һатып алды. Һәр ваҡыт рингҡа милли башҡорт кейемендә сыҡҡан башҡорт батыры рухлы, ата-бабалар аманатына тоғро ир-егет булып ҡына ҡалмай, ә киләсәктә ныҡлы аҙымдар менән хал¬ҡыбыҙҙы алға әйҙәр көскә эйә. Китап спортсылар йәки көслө зат өсөн генә түгел, ғөмүмән, йыйынтыҡтың сикләүҙәре юҡ.

«БашГизХан» сюжеты буйынса ул киләсәктә нәфис фильм төшөрөргә лә ниәтләй. Бының өсөн милләттәшебеҙ билдәле режиссер Тимур Бикмәмбәтов менән осрашҡан. Әммә әлегә сифатлы картинаны төшөрөү өсөн ҙур сығымдар талап ителә. Шуға ла билдәле боксер иң беренсе китап сығарыуҙы маҡсат итеп ҡуйған. Баҫманың исем туйында билдәле боксерҙарҙың аталары Ғибәҙәтулла Сөләймәнов та ҡатнашты.

Загрузка видео...
Комментарии
Загрузка

Возврат к списку


Яндекс.Метрика