Биш көн эсендә ҡуйылған спектакль

Биш көн эсендә ҡуйылған спектакль 24.02.2017

Пластикаға һәм хореографияға нигеҙләнгән сәхнә әҫәре  тамашасы хөкөмөнә сығарылды. Уны Рәсәй балетмейстеры Николай Реутов әҙерләгән. Спектаклдең үҙенсәлеге шунда: унда профессиональ актерҙар ғына түгел, балалар, шулай уҡ Башҡортостан юлдаш телевидение йондоҙҙары ла ҡатнашты.

Тамашасы залында алма төшөрлөк тә урын юҡ. Олоһо ла, кесеһе лә ҙур ҡыҙыҡһыныу менән спектаклгә ашыға. Биш көн эсендә ҡуйылған сәхнә әҫәре нисек килеп сыҡҡан? Етмәһә,телевидение алып барыусылары, балалар профессиональ актерҙар менән бер рәттән уйнай...  Был һорауҙарға яуап эҙләгән тамашасы Мәскәү балетмейстеры Николай Реутов ҡуйған спектаклдән ситтә ҡалманы.
Билдәле балетмейстер Николай Реутов Өфөлә оҫталыҡ дәрестәре үткәрҙе. Уның маҡсаты: биш көн эсендә пластика һәм хореографияға нигеҙләнгән спектакль ҡуйыу. Реутовтың дәрестәренә эләгергә теләп хатта, күрше Татарстан республикаһынан да артистар килгән.
Николай Реутов, балетмейстер: «Маҡсатыбыҙға ирештек, тип әйтә алам. Ҡыҫҡа ғына ваҡыт эсендә артистар менән берлектә, уртаҡ көс, теләк менән беҙ булдырҙыҡ. Пьеса, әлбиттә, еңел генә ҡабул ителмәй. Уның нигеҙендә мөхәббәт, донъяны матур итеү теләге ята».
Спектакль һүҙһеҙ уйнала. Әҫәр нигеҙендә төп герой - кәмәсе яҙмышы, шунан сығып, кешенең донъяны үҙенән башлап, үҙгәртә алыуы бәйән ителә.
Әйткәндәй, бөгөнгө премьера төп герой - Андрей өсөн үтә лә тулҡынландырғыс. Ул сәхнәлә үҙенең тәүге ҙур ролен башҡарҙы. Шулай уҡ спектаклдә Константин Хабенский студияһы шөғөлләнеүселәре әүҙем ҡатнашты.
Ҡыҫҡа ғына ваҡыт эсендә ҡуйылған спектакль аншлаг менән үтте тиһәң дә, яңылыш булмаҫ. Тамашасы артистарҙы сәхнәнән оҙаҡ ебәрмәй, алҡыштарға күмде. Николай Реутовтың сәхнә әҫәре төбәк режиссерҙарын да ҡыҙыҡһындырҙы.
Әйткәндәй, Николай Реутов артистар менән «Осорға мине өйрәт» тип аталған спектакль өҫтөндә эшләй. Тамашаның премьераһы май айында көтөлә.

Загрузка видео...
Комментарии
Загрузка

Возврат к списку


Яндекс.Метрика